Все новости
Электрон хаттар
22 Января 2019, 11:35

КОНЦЕРТ ҠАРАЙ-ҠАРАЙ ПЕНСИЯ КӨТТӨК!

Ауылыбыҙ артистары пенсия алған көндө беҙгә бик шәп концерт ҡуйып ҡыуандырҙы. Оло йәштәгеләргә кис көнө клубҡа йөрөүе бик ауыр. Шуға ла беҙ гел генә: «Беҙҙең өсөн көндөҙ концерт ҡуйығыҙ әле», - тип һорай килдек. Бына тәүге тапҡыр ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бергәләшеп матур сара ойошторҙо.

Пенсионерҙарҙың уларға шул тиклем рәхмәтле икәне йөҙҙәренә үк сыҡҡан ине. Барыһының да күҙҙәре шатлыҡ-ҡыуаныстан балҡып торҙо. Улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә үҙҙәренең рәхмәттәрен әйтергә ашыҡты. Күберәк халыҡ йырҙарын йырлағыҙ әле беҙгә, тигән теләктәрен дә белдерҙеләр. 83 йәшлек Вәкил Әғлиуллин, хатта, үҙе сығып, матур итеп халыҡ йырын һуҙып ебәрҙе. Беҙ ҙә уға ҡушылып йырланыҡ. Дәртле көйҙәр ишетеү менән күмәкләшеп бейеүгә лә төшөп киттек. Миләүшә Гудеева менән Рәмилә Әкбәрованың бәләкәй сәхнә әҫәрен ҡарап, рәхәтләнеп көлдөк. Мәктәп уҡытыусыһы Татьяна Исҡужина уҡыусылары менән ике бейеү алып килгән. Уларҙың бейеүҙәрен дәррәү алҡыштар менән оҙаттыҡ. Шул тиклем дә матур концерт булды. Ололарҙың барыһы ла: «Беҙгә йышыраҡ ошондай байрам ойоштороғоҙ», - тигән теләктәрен ҡабат-ҡабат әйтте. Шундай матур тамаша әҙерләүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Концерт ҡарай-ҡарай пенсия алып килгәндәрен көтөү бигерәк рәхәт икән дә ул! Тик был көндө пенсиябыҙҙы ниңәлер бигерәк һуң алып килделәр. Сәғәт ундарҙа уҡ килгән инек, дүрткә тиклем көтөп ултырырға тура килде. Шуныһы ғына әҙерәк күңелде ҡырҙы. Ололарҙың күптәре сирләй, ваҡытында дарыуын да эсергә кәрәк. Был тиклем дә оҙаҡ көткәнебеҙ юҡ ине әле. Һуңлайбыҙ, тип силсәүиткә булһа ла шылтыратып әйтһәләр, яҡшы булыр ине ундай ваҡытта.
Читайте нас: