Все новости
Электрон хаттар
15 Февраля 2019, 13:52

Яугир ауылдашыбыҙ

Кинйә-Абыҙ мәҙәниәт һарайында мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында Кинйә Арыҫланов музейы менән бергә Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алыу көнөн билдәләп үттек.

Кинйә-Абыҙ мәҙәниәт һарайында мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында Кинйә Арыҫланов музейы менән бергә Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алыу көнөн билдәләп үттек. Был сараға Афғанстанда үҙенең хәрби һәм интернациональ бурысын үтәгән ауылдашыбыҙ Сабир Заһир улы Килмәтовты осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул беҙҙе Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдарҙағы башынан үткән ваҡиғалар менән таныштырҙы. Балалар уны ихлас итеп тыңланы, үҙҙәре лә шиғырҙар һәм йырҙар менән сығыш яһаны. Шулай уҡ һәр уҡыусы Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 30 йыл тулыуға арналған конкурсҡа рәсемдәр әҙерләне.
Читайте нас: