Все новости
Электрон хаттар
11 Сентября 2019, 13:45

“Мəмбəтҡол – Көйөргəҙенең балыҡтар төйəге”

Халҡыбыҙ борон-борондан үҙ еренә ерегеп малсылыҡ, умартасалыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп донъя көтөп көн иткән. Һуңғы йылдар арауығында бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр менән бергә, фельдшер-акушер пунктттары ябылһа, хәҙер килеп бәләкәй клубтарыбыҙға ла ошо аяныс янай. Күп ир-егеттәребеҙ, халҡыбыҙ эш эҙләп Себер, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларға ябырыла. Ләкин беҙҙең төпкөл ауылдарыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙың рухын, аманатын һаҡлап, изге ерҙән ләззәт алып йәшәгән тырыш, уңған халҡыбыҙ һаман да бар. Ошо һүҙҙәр тап бына Мәмбәтҡол ауылында йәшәгән сәмле, эш-ер һөйгән халыҡҡа ҡағыла ла инде. Улар үткән йома көндө беренсегә үткәрелгән, “Мәмбәтҡол- Көйөргәҙенең балыҡтар төйәге” байрамын да дәррәү күтәреп алдылар. Ауыл халҡы өс командаға бүленеп төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, бергә “Балыҡлы тәмлекәстәр” исемле бай күргәҙмә лә ойошторҙолар. Өҫтәлдәрҙә балыҡ ризыҡтарынан бешерелгән ниндәй генә һый юҡ ине! Әммә, Мөнир Хәйбуллин әҙерләгән балыҡ ашына бер кемдең дә ризығы етмәгәндер. Афған һуғышында булып ҡайтҡан, “донъя күргән” яугир Мөнир Рәжәп улына Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Марс Абдулнасир улы Дашкин Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығына арналған миҙал тапшырҙы. Палатка ҡороп, усаҡ яғып, балыҡ тотоп, йомаҡ-мәҡәлдәр, концерт номерҙары, театрлләштерелгән тамашалар, спорт ярыштарында үҙ көстәрен күрһәтеп ярышҡан командалар араһында “Йәйендәр” беренсе урынға, “Алабуғалар” икенсе урынға, “Ташбаштар” – өсөнсө урынға сыҡтылар. Балыҡты оҫта тотоусылар араһында ла айырым урын алыусылар табылһа, Мөнир Рәжәп улы Хәйбуллиндар династияһы Шәжәрә “Балыҡсылар нәҫеле”, ә Тәлғәт Фазлетдин улы Мырҙағоловтар ғаиләһе “Балыҡсылар ғаиләһе” номинацияһында бүләкләнделәр. Ауыл халҡы менән ошо фестивалде үткәреү кәрәклеге бармы һәм ниндәй кимәлдә үтеүе тураһында анкета-һорау методик эше алып барылды. Һөҙөмтәлә бар халыҡ ыңғай тауыштар менән яуап биреп, байрамды йыл һайын үткәреү кәрәклеген күтәрҙе. Инновацион-фестивалде ойоштороуға ҙур көс түккән Мәмбәтҡол клубы мөдире Гөлнара Фазлытдин ҡыҙы Әлибаеваға “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры Зөлфирә Ғәзиз ҡыҙы Эйтерник Рәхмәт хаты тапшырып эшендә тағы ла янып эшләргә теләктәр белдерҙе. Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Көйөргәҙе районы йәштәре ҡоролтайы рәйесе, эшҡыуар Дамир Миңнияр улы Хәйбуллинға, бағыусылыҡ күрһәткән ярҙамы өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Халҡына ярҙам ҡулы һуҙған етәкселәр, талант эйәләре барҙа, был инновацион фестивалде беҙ Төбәк-ара, Республика кимәленә күтәреп, икенсе йыл Мәмбәтҡол ауылының Ағиҙел йылғаһының “Ҡыҙыл яр” буйында 19-20 июндә үткәрәсәкбеҙ. Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлегенә кәңәшмәгә Өфөнән килгән Башҡорт халыҡ ижады үҙәге мәғлүмәт-аналитик һәм методик эштәр буйынса мөдире Эльмира Хәмит ҡыҙы Йәмлеханова ла: “Бындай яңы, инновацион фестиваль Башҡортостанда ла юҡ!”,- тип башланған эшкә уңыштар теләне. Халҡыбыҙ менән бергә, тырыш башлығыбыҙ, депутаттарыбыҙ барҙа, беҙ бары тик алға, яңы үрҙәргә күтәреләсәкбеҙ. Бәләкәй ауылдарға юлдар төҙөкләндерелеп, эш урындары артып, эшҡыуарлыҡ-бизнес, туризм үҫеп, йәштәр ауылға ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ. Ауылдарыбыҙ, донъя тотҡалары, гөрләп беҙҙең тормошҡа һут бирер! Йәмилә РАМАҘАНОВА, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссёры.

Читайте нас: