Все новости
Электрон хаттар
17 Сентября 2019, 17:12

Күңелле сәйәхәт

Шәмбе көнө класыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ менән Өфөгә экскурсияға барып ҡайттыҡ. Иң тәүҙә данлыҡлы милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә һәм «Ете ҡыҙ» фонтанына барҙыҡ. Экскурсовод апай был иҫтәлекле урындарҙың тарихы менән таныштырҙы. Өфөләге «Ботаника баҡсаһы»нан алған тәьҫораттарҙы яҙып аңлатып та булмай. Ундағы хозурлыҡты, төрлө-төрлө үҫемлектәрҙе һәм йәнлектәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Шулай ҙа сәйәхәтебеҙҙең иң ҡыҙығы алда булған — беҙҙе «Евроцирк» көткән икән. Бында бигерәк тә күңелле булды. Акробаттарҙың һауала осоп тигәндәй йөрөүҙәренә иҫебеҙ китте, клоундар рәхәтләндереп көлдөрҙө, ә аттар, арыҫлан һәм башҡа бик күп хайуандарҙың дрессировщиктарҙы тыңлауы бигерәк тә һоҡландырҙы. Цирк беҙгә ныҡ оҡшаны. «KFC» кафеһында тамаҡ ялғап алғандан һуң ҡайтыр юлға йүнәлдек.

Ошондай матур ял, күңелле сәйәхәт ойошторғандары өсөн класс етәкселәребеҙ Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаеваға, Гөлнара Илдар ҡыҙы Дәүләтоваға, айырыуса, ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Уран ҡыҙы Мәхмүтоваға һәм ата-әсәйҙәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ.

Динә ҒИЛМЕТДИНОВА, Сабина ИВАНОВА,

М. Исҡужин исемендәге прогимназияның

3-сө класс уҡыусылары

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: