Все новости
Электрон хаттар
10 Октября 2019, 12:19

ХЕҘМӘТ ЯРЯТАБЫҘ

Ҡышҡа ингәнсе тирә-яҡты матурлап, йыйыштырып ҡуйырға күнеккәнбеҙ. Беҙҙең 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы ла һәр саҡ әүҙемдәр. Төрлө байрамдарҙа ғына үҙҙәрен күрһәтмәй улар, ә хеҙмәттәре менән дә алдынғылар.

“Йәйғор” мәктәпкә әҙерлек төркөм балалары менән тирә-яҡты ҡойолған япраҡтарҙан таҙартып йыйыштырып ҡуйҙыҡ. Уларҙың һәр береһе әйткәнде лә көтмәй, эште кинәнеп башҡарҙы. Был эштә беҙгә ата-әсәләребеҙ ҙә ярҙам итте. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, өмәне тиҙ арала атҡарып та сыҡтыҡ.

Өмәне тамамлап, тирә-яҡ матурланғас тәмлекәстәр менән бергәләп сәй эстек. Бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар менән төрлө уйындар уйнап күңел асырға ла өлгөрҙөк. Кескәйҙәр менән хеҙмәт яратырға һәм тирә-яҡты ҡыйламаҫҡа һөйләштек. Ата-әсәләр ҙә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын әйтте.

Беҙҙең өмәлә әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ата-әсәйҙәребеҙгә лә ҙур рәхмәтлемен. Барыһына ла уңыштар теләйем.

Шулай уҡ, үткән шишәмбе көндө, балалар менән шәхси эшҡыуар Фәтҡуллиндың мебель яһаған цехына ла сәйәхәт ҡылдыҡ. Ринат Фәрит улы балаларҙы үҙ эше менән таныштырып, йомшаҡ мебель яһау нескәлектәрен һөйләне. Кесәкйҙәргә дивандарҙы нисек эшләүҙәре менән танышыу ныҡ оҡшаны. Улар ҙа ҙурайғас Ринат Фәрит улы кеүек үҙ эшебеҙҙе асабыҙ, тип дәртәлнешеп ҡайттылар.

Венера БУРАНОВА,

8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: