Все новости
Электрон хаттар
15 Октября 2019, 12:05

Йәштәр тыйылманы

Үткән аҙнала Р.Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы интернатының 4-11 класс уҡыусылары Күмертауға “Горняк” кинотеатрына килдек. Беҙҙең 8-се класыбыҙ ҙа класс етәксебеҙ Татьяна Исҡужина менән ҡыуанышып барҙыҡ. М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡараныҡ. Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик әһәмиәтле сара булды. Бигерәк тә Йәмил һәм уның һеңлеһе Оксана ролдәрен башҡарыусы балалар миңә бик ныҡ оҡшаны. Фильмдың аҙағы бик тулҡынландырғыс буды, күҙҙән сыҡҡан йәштәрҙе тыйып булманы.
Был сәйәхәт ныҡ оҡшаны. Ҡайтырға автобусҡа ултырғас та һәр кем үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты. Шулай итеп беҙҙең ваҡытыбыҙ бушҡа уҙманы. Матур тәҫьораттар менән ҡайтып киттек.
Матур һәм фәһемле сәйәхәт ойошторғандары өсөн гимназиябыҙ директоры Гүзәл Усманова етәкселегендәге хакимиәткә, директор урынбаҫары Ләйсән Байғотлинаға, класс етәкселәребеҙ Зөһрә Усмановаға, Алиса Тунасоваға, Татьяна Исҡужинаға, ата-әсәләребеҙгә, водителдәребеҙ Факил Ҡобағошев менән Карам Әлмөхәмәтогвҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлфиә ҠУНАҠҠОЛОВА,
Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: