Йәш саҡтарҙа аяҡ,ҡулдар йөрөгәндә ғүмер нисектә үтә икән, ә бына яҙмыштың ҡартлығы етһә ни эшләрһең? Был һорауҙы күп кешеләр үҙҙәренә бирәләрме? Әней- әтейемә иркәләнеп үҫеүем, ҡәрсәй һм өләсәйемдең бик йыш беҙҙә ҡунаҡ булып китеүҙәре миңә бала күңелендә шатлыҡ булып уйылып ҡалды. Өләсәйем ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләугә, ә ҡәрсәйем аш-һыуға оҫта ине. Улар эргәһендә шиғыр хикәйәләремде уҡып мактаныу иң ҡыҙыҡ мәл булған икән. БДУ-ға уҡырға килгәс волонтерҙар менән яҙмыш ҡосағына ҡалған балаларға (мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төҙөлгән реабилиатация үҙәге), ҡарттар йортона йөрөргә булдым. Эйе, уларға мин йөрәк әрнеткес һорауҙарҙы бирмәҫкә, тик күңел күтәренкеһе менән тормош матурлығын, ерҙә әле яҡшылыҡтың бөтмәгәнен иҫбатларға барам. Ә шулай ҙа уларҙың күҙ ҡараштарынан күпте аңлайһың, уйға батаһың һәм үҙеңдең йөрәк йылыңды һалып аралаша башлайһың. Нисек кенә булһа ла сер бирмәҫкә тырышҡан һырлы йөҙлө инәй-бабайҙар менән шашка уйнап, күстәнәстәребеҙ менән сәй эскәс ҡайтырға юлланғанда: "Тағы килеүегеҙҙе көтәбеҙ!" - тип, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ҡалыуҙары беҙҙе тағы ла шатландырҙы. Эйе, кеше яҙмыштарын үҙгәртә алмайбыҙ шул. Әммә изгелек ҡылып ярҙам ҡулы һуҙып бер-беребеҙгә ярҙам итә алабыҙ. Үҙем үҫеп, буй еткәс кенә өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы ҡәҙерләгән атай-әсәйҙәремдең иң изгелекле кешеләр икәнен аңланым. Башкорт мәҡәлендәге кеүек "Бәхет әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тип әйтелгәнде күптәр аңлаһа ине. Оло кешеләребеҙҙе хөрмәтләйек!