Фәриҙә Әхтәм ҡыҙы Ноғоманова оҙаҡ йылдар Абдул ауылында фельдшер булып эшләй. Беҙ уның эше менән бик ҡәнәғәтбеҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Ҡышын буран, йәйен ял, тип тормай, кәрәк икән һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора ул. Бер ваҡытта ла Фәриҙә Әхтәм ҡыҙының моңһоу йөҙөн күрмәҫһең, һәр ваҡыт бар кешене лә йылмайып, алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Үҙенең эшен һәр саҡ яратып башҡара ул. Олоһона ла, кесеһенә лә йылы һүҙен ҡушып, һәр кеше менән дә уртаҡ тел таба белә.
Тормош иптәше Ғәлим Кәбир улы менән ике ҡыҙ үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙылар, ғаиләләре менән гөрләтеп донья көтәләр. Фәриҙә Әхтәм ҡыҙы йортонда ла уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй һәм ҡатын. Уларҙың йорттарының ишек алдарына барып инеү менән үк әллә күпме матур-матур сәскәләр ҡаршы ала, баҡсаларында йәшелсә-емештең ниндәйе генә юҡ, ә өй эсенән тәмле аш еҫтәре генә аңҡып тора.
Ошо көндәрҙә беҙҙең хөрмәтле фельдшрыбыҙ 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уға был йәште бер ҙә генә бирерлек түгел. Ул беҙҙең өсөн һаман да йәп-йәш. Беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел... Һеҙгә тиңләшке килеп китә, хатта. Һеҙ бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. Һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ваҡыт, әлбиттә, аяуһыҙ, әммә беҙ һеҙгә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үткән йылдар өсөн ҡайғырмағыҙ, ҡыштар килә лә китә, ә кешенең эшләгән эше ҡала. Яҡындарығыҙ ҙа, беҙ ҙә һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ. Үҙегеҙгә лә беҙҙе ҡыуандырған кеүек ҡыуанып ҡына, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп йәшәргә яҙһын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул, кешегә эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!