Все новости
Электрон хаттар
1 Ноября 2019, 10:48

Дуҫлыҡ нығыныуы

Ҡаланың 12-се һанлы мәктәбендә Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арнап “Дуҫлыҡ ептәре” тип исемләнгән сара үтте. Был байрамда бер-береңдең телен, мәҙәниәтен, тарихын, ҡомартҡыларын ихтирам итеүгә баҫым яһалды. Республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәгән кеүек беҙҙең мәктәптә лә төрлө милләт балалары бергә дуҫ булып уҡып йөрөйҙәр. Байрам уҡыусыларҙың үҙ телдәрендә шиғырҙар һөйләү менән асылды. Аҙаҡ халыҡ уйындары менән дауам иткән сарала барыһы ла ихлас ҡатнашты. Милли кейемдәрҙә төрлө һынамыштар һөйләп, йырҙар йырланылар. Шулай уҡ төрлө милләт халҡына бәйле викторина һорауҙарына ла ҡыҙыҡһынып яуап бирҙеләр. Милли халыҡ бейеүҙәре лә байрамыбыҙҙы биҙәне. Орнаменттар биҙәү зауыҡ менән башҡарылды, уҡыусылар менән берлектә ата-әсәләр ҙә был уйында әүҙем ҡатнашты. Барыһы ла төрлө халыҡ мәҙәниәтен ҡыҙыҡһынып үҙләштерҙе. Халыҡ берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә булыуына һәм барыһын да дуҫлыҡҡа өндәүенә тағы ла инандыҡ.
Рита МИҺРАНОВА,
12-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: