Все новости
Электрон хаттар
1 Ноября 2019, 20:59

Интернет серҙәре

Ҡала китапханаһында наҙанлыҡ менән көрәшеү бара. Беҙҙең барыбыҙҙың да ҡулдарында техникум, йә института белем алған дипломдарыбыҙ бар. Шулай ҙа, беҙ компьютер артына ултырып, үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге курс та “Донъяға тәҙрә - өсөнсө быуын халыҡ университеты” проекты буйынса ойошторолдо. Был уҡыу ҡала китапханалар системаһы директоры Әлфиә Шәмиғолова етәкселегендә бик әүҙем ойошторолдо. Ҡаланың барлыҡ китапханаларында ла төрлө йәштәгеләр өсөн ҡыҙыҡлы проекттар уңышлы эшләп килә. Был проект сиктәрендә интернет серҙәренә төшөнөп белемебеҙҙе арттырғаныбыҙ өсөн ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Проектта ҡатнашыусылар исеменән Фәрзәнә ӘБСӘЛӘМОВА
Читайте нас: