Аҙна башында Яҡшымбәт ауыл китапханаһында бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып "Әйтер һүҙем - йөрәк һүҙе" тигән сара үткәрҙек. Бик матур шиғырҙар уҡып, дәртләнеп, илһамланып ҡайттыҡ. Сараны Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры менән башлап, һәр кем күңеленә ятҡан шиғырҙарын уҡып, күңелдәр нескәреп, күҙҙәргә йәш тығылып китте хатта. Шулай башлап ебәреп, бындай сараны, бәлки, сәхнәгә лә сығарып булыр әле тигән өмөттәр уянып китте, насип булһын әлбиттә.