Все новости
Электрон хаттар
8 Ноября 2019, 14:33

Ҡыуаныстарым

Үҙемде бигерәк ныҡ ҡыуандырған бер нисә ваҡиға тураһында гәзит уҡыусылар менән дә бүлешкем килә.
Яҡшымбәт ауылы мәсетендә күптән түгел ғәрәп телен өйрәнә башланыҡ. Әле өс кенә дәрес булды. Ауыл халҡы — йәше лә, ҡарты ла бик дәртләнеп йөрөй дәрестәргә. Барыһының да бер генә теләге — тиҙерәк ғәрәп телен өйрәнеп, Ҡөрьән китабын шул төп, оригиналь телдә уҡыу. Беҙҙе ғәрәп теле серҙәренә ауылдашыбыҙ Рәмилә Буранғолова өйрәтә. Ул үҙе лә Күмертау мәсетендә бер нисә йыл инде белем ала, шул уҡ ваҡытта үҙенең белгәндәрен беҙгә лә өйрәтә. Аҙнаһына бер тапҡыр, кесе йома көнө мәсеткә уҡырға киләбеҙ.
Икенсе ҙур ҡыуанысыбыҙ — бына яңы ғына мосолмандарҙың иң ҙур байрамы булған Мәүлит кисен ауылдаштарыбыҙ менән бергәләп мәсеттә ҡаршы алдыҡ. Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла. Беҙ ҙә мәсеттә иң тәүҙә күмәкләшеп доғалар ҡылдыҡ, намаҙҙар уҡыныҡ, салауаттар әйттек. Шунан һуң бергәләшеп матур табын ҡорҙоҡ, ҡорбан аштары ашаныҡ, тәмлекәстәр менән сәй эстек.
Фирҙәүес ДӘҮЛӘТШИНА,
Яҡшымбәт ауыл советы ветерандары рәйесе
Читайте нас: