Все новости
Электрон хаттар
12 Ноября 2019, 11:05

ҒОРУРЛАНАБЫҘ, ЫШАНАБЫҘ

8 ноябрь Аҡһары ауылы мәктәбендә, Ҡырымда халыҡ - ара балалар үҙәге “Артек”та ярышып ҡайтҡан 8-се класс уҡыусыһы Карина Маткурбанова һәм 6-сы класс уҡыусыһы Глеб Янтураевты ҡаршы алыу тантанаһы үтте. Улар Бөтә Рәсәй кимәлендә беҙҙең мәктәпте, районыбыҙҙы һәм Башҡортостандың данын яҡланылар. Глеб Янтураев турникта күтәрелеп 3-сө урын яулап, яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп диплом менән бүләкләнгән. Был күрһәткестә беҙҙең уҡытыусы-тренер Марат Булат улы Сәлиҡбаевтың һәм директор Рида Һибәт ҡыҙы Искәндәрованың өлөшө бик ҙур.
Беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы Рәсимә Ҡотлоәхмәтованың 2013 йылда күрһәткән һөҙөмтәләрен әле булһа ла данлап иҫкә алалар һәм уның рекордтарын берәү ҙә уҙып китә алмаған.
Беҙ үҙебеҙҙең мәктәбебеҙ һәм уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Алда беҙҙе яҡшы һөҙөмтәләр һәм ҙур уңыштар көтә тип ышанабыҙ.
Ғәлимә Хисмәтова
Читайте нас: