Все новости
Электрон хаттар
15 Ноября 2019, 11:35

СӘНҒӘТЛЕ СЫҒЫШТАР

Беҙҙең Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбендә бик күп саралар үтеп тора. Сентябрь айында ғына мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ тыуған көнөн бик матур итеп үткәреп ебәрҙек.

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә – 100 йыл һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап шиғыр ярышы ойошторҙоҡ. Был сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Береһенән-береһе оҫтараҡ башҡарған уҡыусылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы жюриҙарға еңелдән булманы. Иң оҫта башҡарыусылар: 2-се класс уҡыусыһы Раян Заһитов (етәксеһе Ғәлиева Г.С.),3-сө класс уҡыусыһы Мәҙинә Сәлихова, 4-се класс уҡыусылары Фәнүр Биғәнәков, Айнур Буранов ( етәкселәре Сынбулатова Ғ.Н.), 4-се класс уҡыусыһы Азалия Ҡәҙерғолова, 3 –сө класс уҡыусыһы Динислам Ялсыҡаев (етәкселәре Яматова Г.С.), 3-сө класс уҡыусыһы Аиша Аҙнабаева (етәксеһе Ғәлимова А.М.), 4-се класс уҡыусыһы Рәсилә Ғәлиева (етәксеһе Ҡужаҡова Р.К.), 6-сы класс уҡыусылары: Зәлиә Ишкинина, Азалия Мырҙабулатова, Наҙгөл Биғәнәкова (етәкселәре Мөлөкова Г.Ф.), Айгүзәл Мәҡсүтова (етәксеһе Үзбәкова Р.М.), 8-се класс уҡыусыһы Ангелина Таңатарова, 10-сы класс уҡыусыһы Алина Юлдашева (етәкселәре Вәлиева Э.К.), 7-се класс уҡыусылары: Тимур Рахманғолов, Зинира Заһитова, 9-сы класс уҡыусылары: Айлина Ҡотлобаева, Айнур Хәйритдинов, 10-сы класс уҡыусыһы Дания Хәсәнова, 11-се класс уҡыусыһы Ләйсән Сәйфуллина (етәкселәре Мөлөкова Г.Ф.)

12 ноябрь көндө мәктәптә әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап “Оло талант эйәһе” тип исемләнгән әҙәби кисә үткәрҙек. Был кисәлә уҡыусылар Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм , иптәштәр!”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Россиянмын”, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Һаумы тиҙәр гөлдәр”, “Тупрағым, һауам, һыуҙарым”, “Уҡытыусыма”, “Кил инде”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр” шиғырҙарын оҫта итеп башҡарҙылар. Кисәлә уҡыусылар, Мостай Кәримдең “Йәшәйһе бар”, “Уңдым” шиғырын үҙе уҡыуында ишетеп, шиғри ҡәләменең көслө булыуына һоҡландылар.

6-сы класс уҡыусылары: Радмир Ҡәҙерғолов, Азамат Сарсынбаев, Динар Ғәниев, Азалия Фанина, Рәмзил Юмадилов, Аҡназар Үтәбәев һәм 8-се класс уҡыусылары: Илнар Ялсыҡаев менән Илназ Биғәнәков “Оҙон –оҙаҡ бала саҡ”, “Өс таған” әҫәрҙәренән өҙөктө оҫта сәхнәләштереп, беҙҙе Мостай ағай иленә алып киттеләр.

Был кисәгә Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Баязит Бикбай премия лауреаты, шағирә Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаеваны ла саҡырҙыҡ. Сулпан апай уҡыусыларға Мостай ағайҙың 1996 йылда яҡташыбыҙ Рәшит Солтангәрәев менән мәктәпкә килеп китеүен, ошо осрашыу тураһындағы матур иҫтәлектәрен һөйләп үтте. Уҡыусыларҙың һәр береһенең сығышы оҡшауын, һоҡланып тыңлауын һәм шиғриәтте һөйөүегеҙгә ҙур рәхмәт, тип мәктәпкә “Балалар антологияһын “ бүләк итте. Беҙ Сулпан Рәжәп ҡыҙына мең рәхмәтлебеҙ, ҡасан саҡырһаң да килеп, үҙенең шиғырҙарын уҡып, балаларға кәңәштәрен биреп, китабын бүләк итеп китә. Беҙ уға иҫән-һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Был сараларҙан һуң, туған телендә сәнғәтле итеп, бөтә күңелен һалып оҫта шиғыр һөйләгән уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуына тағы ла бер инандыҡ. Эйе, шиғриәтте һөйгән уҡыусыларыбыҙ күп беҙҙең. Ошо уҡыусыларҙы әҙерләгән һәр уҡытыусыға рәхмәттәр әйтеп, киләсәктә уларҙың исемлеге тағы ла күбәйер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Гөлзиә Мөлөкова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: