Все новости
Электрон хаттар
22 Ноября 2019, 10:54

Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫ!

Беҙҙең мәктәптә Зәк-Ишмәт, Марьевка, Михайловка ауылы уҡыусылары белем ала. Ошо өс ауыл балаларын уҡыуға теләк, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ғына берләштереп ҡалмай, улар хеҙмәт яратыуҙары менән дә айырылып торалар.
Әлеге көндә, бик аҙ ғына мәктәптәр йәшелсә-емеш баҡсаларын һаҡлап ҡала алған ваҡытта, беҙҙең мәктәп яны баҡсаһы гел генә гөрләп тора. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем, хатта ҡыш көнө лә уҡыусыларыбыҙ баҡса тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Көҙөн һәм ҡышын сифатлы орлоҡ әҙерләйҙәр, рассада үҫтерәләр. Ә яҙыбыҙ иреп бөтә алмай ятҡан ҡарҙарҙы ташлап, уның артынса уҡ ер ҡаҙып башланып китә. Тәүгеләрҙән булып теплицабыҙҙа ҡыяр өлгөрә. Ә йәй буйына йәшелсә баҡсаһында нимә генә үҫтермәй беҙҙең уҡыусылар! Йыл һайын ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ, ҡыяр, ҡабаҡ, кишерҙән мул уңыш йыябыҙ. Тәрбиәләп кенә торған ҡарағат, алмағастарыбыҙ емештәренән һығылып ултыра. Йыйып алынған уңыштың файҙаһын ҡыш буйы күрә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә. Тырышып эшләгәс, тәмләп ашарға ла була шул. Ә мәктәп алдында, тәҙрә төптәрендә үҫкән сәскәләр һәр кемдең күҙ яуын алып ултыра. Йәйен – йәшеллеге, көҙөн – алтындай балҡыуы, ә ҡышын әкиәт илен хәтерләтеп тороуы менән ағастарыбыҙ ҙа һәр кемде һоҡландыра. Сығарылыш уҡыусылары иҫтәлеге булып ултырған ағастар айырым бер тәрбиә талап итһәләр ҙә, ошо ағастарһыҙ мәктәпте күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Беҙгә килеүселәр мәктәп тирә-яғында тын алыуы рәхәт, саф һауа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Былтыр ғына мәктәп директоры Әлфиә Сәйҙәш ҡыҙы Рәхимова уҡыусыларға иҫтәлеккә алмағас үҫентеләре бүләк иткәйне. Шул үҫентеләр беҙҙе ҡыуандырып, тамыр нығыттылар. Ә быйыл уҡыусыларыбыҙ Марьевка, Михайловка, Зәк-Ишмәт ауылдарында миләш, ҡарағай ағастары ултырттылар. Был ағастарҙың да үҫеп китеүенә ышаныстары ҙур уларҙың. Уҡыусыларға һәр бер эштәрендә ата-әсәләр, уҡытыусылар, бөтөн хеҙмәткәрҙәр ярҙам итә. Ә иң ҙур ярҙамды улар биология уҡытыусыһы Савельева Ирина Петровнанан һәм лаборант Мирзазанова Рәсимә Әҙһәм ҡыҙынан ала. Улар уҡыусылар менән бар көстәрен һалып, тырышып эшләйҙәр. Ә иң мөһиме балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Уҡыусылырҙың эштәре, ысынлап та, емешле. Тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе булып, былтырғы уҡыу йылында мәктәп участкаһының республика конкурсында икенсе урын яулауы торҙо. Шулай уҡ районда уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ла уҡыусыларыбыҙ мәктәптең йәшелсә-емеш баҡсаһы, ҡайын паркы, ҡарағат ҡайнатмаһы тураһындағы сығыштары менән «Биология һәм экология» секцияһында йыл да призлы урындар яулай. Ике йыл рәттән уҡыусылар йәшелсә-емеш баҡсаһының эшен сағылдырған видеофильмдар конкурсында ла көстәрен һынаны. Иң мөһиме балалар ерҙе яратып үҫә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға өйрәнәләр, хеҙмәттән табыш алалар, ошо юҫыҡта белемдәрен дә тулыландыралар. Быйылғы уҡыу йылында ла республика конкурсына саҡырыу алды беҙҙең уҡыусылар. Уларға тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Айгөл ГУРЬЯНОВА,
Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбе директорының
уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары
Читайте нас: