Все новости
Электрон хаттар
22 Ноября 2019, 11:11

Рәхмәт һиңә, «Юшатыр»!

Йыл тамамланыуға яҡынлаша. Һәр кем үҙенең уҙған йылына йомғаҡтар яһай: нимәгә ирешкән, нимә килеп сыҡмаған, ниндәй еңеүҙәр булған, еңелеүҙәр нилектән килеп тыуған һәм башҡалар, һәм башҡалар...
Яратҡан гәзитебеҙ «Юшатыр» ҙа йыл да башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһай. Ул инде үҙенең эсендә генә бикләнеп ятмай (был уға хас та түгел), район, республика, ил, донъя хәлдәрен байҡай.
«Юшатыр» эҙҙәре буйлап, мин дә уҙған йылды ҡағыҙға теркәп ҡуйырға булдым. Ни генә тимә, ниндәйҙер кимәлдә йылым ошо гәзит менән бәйле булған икән.
Апрель айында баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы булып үтте. Ошо съезға делегат булып һайланыуым менән ғорурланам, унда барып ҡайтырға мөмкинлек биреүсе Ибраһимова Ирина Ринат ҡыҙына, Аҙнабаева Ләйсән Хәсән ҡыҙына барлыҡ делегаттар исеменән рәхмәт белдерәм. Өс көн буйына барған съездан эшләргә көс, дәрт, дарман алып ҡайттыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: был съезға район мәғариф бүлеге етәкселәре, методистар, уҡытыусылар менән бергә балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ата-әсәләр ҙә саҡырылғайны.
Ә май айында ошо конфереренция һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡта зональ конференция уҙҙы. Районыбыҙ уҡытыусылары менән бергә конференцияға барып, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар алып, мастер-кластар ҡарап, бик матур һәм файҙалы итеп үткәрҙек был конференцияны ла. Иң мөһиме: күп йылдар элек бергә уҡыған, бөгөн килеп башҡорт теле, тип янып йөрөүсе Таймаҫ ҡыҙҙары Нәфисәне, Гөлфиәне, Сәриәне, Әлфиәне, Гүзәлде күреп, рәхәтләнеп бер һөйләшеү, серләшеү булғандыр.
Башҡорт теле уҡытыусылары – һис тынғы белмәгән кешеләр улар. Ауыл китапханаларында үткәрелгән китапхана төндәрендә ихлас ҡатнаштыҡ. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләнек, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланыҡ, Мостай олатайға арналған саралар үткәрҙек. Шайморатов генералға арналған флешмобта ла беҙҙең район уҡыусылары һәм уҡытыусылары ихлас ҡатнашты. «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!» тип аталған һәм Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса башҡорт телендә диктант яҙыу ойошторҙоҡ. Уҡыусылар менән бергә ауыл халҡын да йәлеп иттек был сараларға. Өфөлә уҙғарылған «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» конкурсында ике йыл рәттән райондаштарыбыҙ, әле хаҡлы ялда булған башҡорт теле уҡытыусылары, ҙур еңеүҙәргә ирешеп ҡайттылар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, уларға оҡшарға тырышабыҙ! Шулай уҡ «Солтангәрәев уҡыуҙары» ла туған тел уҡытыусыларынан тыш уҙмай. Бик матур, бай йөкмәткеле, иҫтәлектәр менән тулы сара булып йыл да хәтеребеҙҙә ҡала.
Йәй көнө тирә-яҡ райондарҙы ғына түгел, бөтөн Башҡортостаныбыҙҙы һоҡландырып, башҡорт теле уҡытыусылары һәм методистар берлектә «Башҡорт сәйе»нә йыйылдыҡ. Сәйгә Ырымбурҙан яҡташтарыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ. (Әйткәндәй, ошо байрамда, «Юшатыр», һинән бүләк һәм маҡтау ҡағыҙы алып бер шатланһам, әле яңыраҡ ҡына тағы ла бер бүләк отоуға ирештем, рәхмәт һиңә!) Сарабыҙға мәртәбә өҫтәп, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ильясов Юлай Талха улы килде. Уның килеүен башҡорт телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеү, тел уҡытыусыларына, уларҙың башҡарған эштәренә иғтибар, тип ҡабул иттек.
Йыл тамамланыуға бара, ә беҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыларының, планлаштырған эштәре байтаҡ ҡына әле. Декабрь айында районда телгә арналған аҙналыҡ үткәрергә әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Барлыҡ сараларыбыҙ кеүек быныһы ла матур, фәһемле, файҙалы булыр, тип ышанам. Беҙ башҡарған бөтә был эштәрҙең башы методисыбыҙ, район мәғариф бүлегендә мәғлүмәт-методика үҙәге етәксеһе, Район Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, В. Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалына лайыҡ булыусы, Район Советы депутаты, Дәүләт Думаһы депутатының ярҙамсыһы Аҙнабаева Ләйсән Хәсән ҡыҙынан килә. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн һәр йыл быйылғыһылай емешле, төрлө сараларға, еңеүҙәргә бай була. Йылға йомғаҡ яһағанда, иң мөһим, иң ҙур сараларға туҡталдым, ошо ҙур эштәрҙе атҡарып сығырға бәләкәй генәләре ярҙамсы булды: иншалар конкурстары, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре, төрлө олимпиадалар, шулай уҡ беҙгә гел генә ярҙам итеүселәр булыуы.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтергә уйлайым: башҡорт теле уҡытыусылары ниндәй генә сара уҙғармаһын, ҡайҙа ғына көсөн һынап ҡарамаһын, «Юшатыр», һин тәүгеләрҙән булып ишетәһең, беләһең, күрәһең һәм үҙеңдең биттәреңдә беҙҙең өсөн һәр ваҡыт урын табаһың. Иғтибарың һәм ихтирамың өсөн рәхмәт һиңә. Артабан да бергә һәм берҙәм булайыҡ.
Айгөл ГУРЬЯНОВА,
Зәк-Ишмәт мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы
Читайте нас: