Все новости
Электрон хаттар
26 Ноября 2019, 11:09

ОЛО ХӨРМӘТКӘ ЛАЙЫҠ

Ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләгән ауылыбыҙҙа оло хөрмәткә лайыҡ Зөбәржәт Зәйнетдин ҡыҙы Ҡәҙерғолованы тәбрикләнек. Яҡут ауылында Ағинәйҙәр ойошмаһының оло быуын кешеләрен юбилейҙары менән ҡотлап бүләкләү, матур йоллаға әйләнде.
Зөбәржәт Зәйнетдин ҡыҙы 1939 йылда Зәйнетдин һәм Мәғрифә Буранбаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып доньяға тыуа. Тырыш, эшсән ғаиләлә бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫә. Мәктәптә урта белем алғас та, ауылға һауынсылар кәрәк, тип эшкә саҡыралар. Һәм шул сығыуҙан хаҡлы ялға сыҡҡансы Киров исемендәге хужалыҡта бар көсөн, тырышлығын һалып хеҙмәт итә. Ниндәй эштәр генә эшләргә тура килмәй уға. Һауынсы ла булған, быҙау ҙа ҡараған, сөгөлдөрөн дә үҫтергән, һарыҡ та ҡараған. Шулай уҡ баҡсала ла, теплицала ла эшләп өлгөрә. Оҙаҡ йылдар склад мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Зөбәржәт апай намыҫлы хеҙмәте өсөн хеҙмәт ветераны исемен ала һәм тағы ла бик күп хеҙмәт алдынғыһы тигән грамоталар менән бүләкләнә. Тормош иптәше Әнүр Хисаметдин улы менән дүрт балаға ғүмер буләк итәләр. Бала юғалтыу тигән әсе ҡайғыны ла күтәрә әсә йөрәге. Әммә бирешмәне Зөбәржәт апай тормошҡа асыҡ ҡарашы, матур аҡыллы һүҙҙәре, көләс йөҙө һәр кешегә нур өләшә кеүек. Үткәндәрен һорашып белешкән арала хәтергә лә бик бай, мәғлүмәтле инәй тағы ла хайран итте.
Зөбәржәт апай уңған хужабикә лә. Уның өҫтәле һәр саҡ тәмле аштары менән һығылып тора, күпереп бешкән икмәген ашаһаң, телең йоторлоҡ. Түҙемлек, эшсәнлек өлгөһө булып ғүмер кисерә ул. Бына шундай изге йөрәкле ағинәйҙәр, ауылыбыҙ йәме булған, уңған инәйҙәр йәшәй беҙҙең Яҡутта!
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: