Все новости
Электрон хаттар
3 Декабря 2019, 11:07

БАРЫҺЫ ЛА БУЛДЫ

Аҡһары ауылында Әсәләр көнөнә арналып “Ҡояш янында йылылыҡ, әсәй янында изгелек” тип исемләнгән сара шәп үтте. Унда ауылдың иң оло инәйҙәре саҡырылғайны. Шулай уҡ күп балалар әсәләре, аш-һыу оҫталары, алдынғы һауынсылар, шағирәләр барыһы ла булды байрамда.
Ҡәҙерле әсәйҙәрҙе байрам менән Аҡһары клубының йәш мөдире Илнур Әбүкәев ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Фәниә Уразаева, Сания Ҡолмөхәмәтова һәм Гөлсөм Сәлихова инәйҙәр үҙҙәренең йәш ваҡыттарын, нисек килен булып төшкәндәрен, колхозда эшләүҙәрен, балаларын тәрбиәләп үҫтереүҙәрен иҫтәренә төшөрөп хәтирәләргә бирелделәр. Уларҙың күңелдәрен күреп ауылыбыҙ әртистәре, шулай уҡ “Йырсы ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Илнур Әбүкәев, Луиза Собханғолова, Гөлбикә Биктанова, “Хазина” фольклор ансамбле лә бик матур концерт ҡуйҙылар. Байрамдың йәме булып Ибраһим Ишмөхәмәтов, Гөлкәй Күскилдина, Минзиә Уразаевалар ҙа үҙҙәренең шиғырҙары, бейеүҙәре менән халыҡты таң ҡалдырҙылар.
Ошо байрамдың спонсоры булған шәхси эшҡыуар Раузия Шаурат ҡыҙына, “Хазина” төркөмө ҡыҙҙарына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙе ҙурлағандары өсөн Хоҙай үҙҙәрен ололаһын.
Ғишҡиә КИЛДЕБАЕВА
Аҡһары ауылы
Читайте нас: