Все новости
Электрон хаттар
3 Декабря 2019, 11:06

Ысынлап та йырлы, моңло ауыл!

Ауыл биләмәләре араһында үткән «Йырлы ауыл» Республика бәйгеһенә беҙҙең ауыл да ҡушылды һәм Яҡут мәҙәниәт йортонда «Йырлы ауыл - беҙҙең ауыл» исемле концерт үтте.
Сәхнәлә 4 йәштән алып 70 йәшкә тиклем йырсылар ихлас ҡатнаштылар. Зал тулы тамашасылар һәр ҡатнашыусыны көслө алҡыштарға күмеп, дәрт өҫтәп кенә ҡалманылар, шулай уҡ ҡушылып та йырланылар. Ике сәғәтлек концерт программаһы бер тында үтте. Афарин, яҡуттар! Һеҙ ысынында ла йырлы, моңло ауыл!
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: