Все новости
Электрон хаттар
10 Декабря 2019, 00:35

Абдулдар ҡыуандырҙы

6 декабрь көндө Абдул ауылы артистары Зәк-Ишмәткә «Йырлап асыла күңел» тигән программа алып килделәр.

6 декабрь көндө Абдул ауылы артистары Зәк-Ишмәткә «Йырлап асыла күңел» тигән программа алып килделәр.
8 генә кешенән торған коллектив беҙҙе 2 сәғәттән ашыу үҙҙәренең таланттары менән әсир итте. Уларҙың бер яңылышмай сығыш яһауҙарын, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙарын беҙ йәйелеп китеп ҡарап ултырҙыҡ. Төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы сәхнәләштереп улар беҙҙе көлдөрҙөләр ҙә, һағышлы-моңло йырҙары мнән илаттылар ҙа. Уларҙың дәртле баҫып бейеүҙәренә үҙебеҙ ҙә ҡушылып саҡ бейеүгә төшөп китмәнек. Абдулдар менән беҙҙең бер ҡасан да бәйләнеш өҙөлгәне юҡ. Йә беҙ уларға концерт менән барабыҙ, йә улар үҙҙәре килә. Зәк-Ишмәттең күп кенә килендәре лә Абдул ауылынан.
Шундай матур концерт менән ҡыуандырғандары өсөн беҙ уларға рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ айырым рәхмәтте Юлиә менән Айнур Ниғмәтуллиндарға әйтке килә. Үҙҙәре генә түгел, уларҙың балалары ла бик оҫта итеп сығыш яһаны.
Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: