Все новости
Электрон хаттар
17 Декабря 2019, 11:45

Ағинәйҙәр менән осрашыу

Үткән аҙнала Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре - ғүмере буйы табип булып эшләүсе Зәкиә Юлбарыҫова, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Мәрфуға Мөлөкова, Миңзада Рахманғолова, Илмира Рәхмәтуллина, мәктәп директоры Гөлкәй Шәмсетдинова, әлеге ваҡытта татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусы Илфира Вәлиева, тарих уҡытыусыһы Розалия Сәғитова менән түңәрәк өҫтәл артында йәнле әңгәмәләшеү булды.

Үткән аҙнала Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре - ғүмере буйы табип булып эшләүсе Зәкиә Юлбарыҫова, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Мәрфуға Мөлөкова, Миңзада Рахманғолова, Илмира Рәхмәтуллина, мәктәп директоры Гөлкәй Шәмсетдинова, әлеге ваҡытта татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусы Илфира Вәлиева, тарих уҡытыусыһы Розалия Сәғитова менән түңәрәк өҫтәл артында йәнле әңгәмәләшеү булды. Әңгәмәләшеүҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ғәлиә Сынбулатова менән Гөлзиә Мөлөкова, иң оҫта журналистарҙан һис тә ҡалышмайынса, бик оҫта итеп алып барҙы. Был ике уҡытыусы башта мәктәп тормошонда булған яңылыҡтар, үҙҙәренең ҡаҙаныштары, өлгәшкән уңыштары менән таныштырып үтте. Һуңынан һүҙ ағинәйҙәргә бирелде. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп күргән ағинәйҙәребеҙҙе күп кенә һорауҙар борсой икән. Ике сәғәткә яҡын барған әңгәмәлә улар ниндәй генә темаға ҡағылманы! Ил һәм туған тел яҙмышы, ғаилә ағзалары араһындағы мөнәсәбәт, хәҙерге заман балаларының уҡыуға ҡарашы, тәртибе, дин һәм әхлаҡ тураһында һөйләшеп-әңгәмәләшеп тә, һис тә генә һүҙҙәре бөтмәне ил инәләренең. Тәмле итеп бешерелгән һәр төрлө тәм-томдан, бәлештәрҙән ауыҙ итеп, ҡуйы итеп яһалған һөтлө сәйҙәр эсеп, түңәрәк өҫтәл артында оҙаҡ ҡына ултырҙы әле хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ. "Мәктәпкә тағы ла килербеҙ! Балалар менән осрашҡанда уларға ошо уйлаған уйҙарыбыҙҙы, изге ниәттәребеҙҙе еткерербеҙ, иншалла. Ил-йорт ҡына тыныс булһын!" - тигән изге ниәттә хушлашты улар мәктәп һәм үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырған уҡытыусылар менән.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА
Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: