Атайымдың әсәһе - ҡартәсәй, әсәйемдең әсәһе - өләсәй...
Башҡорт халҡында борондан шундай ғәҙәт йәшәй, һәр кем үҙенең ете быуынға тиклем нәҫеленең тарихын белергә тейеш. Туғанлыҡтың яҡынлығын белеү өсөн бик кәрәк. Аллабирҙе мәктәбендә ҡунаҡҡа өләсәй менән ҡәрсәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Бәхетле ейән-ейәнсәрҙәр өлкән быуындың яҡындары хаҡында һөйләүҙәрен иғтибар менән тыңланы.
Тәлиғә Баймырҙинаның, Мәрйәм Хәйерова инәйҙәрҙең ейән менән ейәнсәре генә түгел бүләсәре барлығы хаҡында ла белделәр. Мәктәп уҡыусылары Фидан Төркмәнов, Байсар Һөйөндөков, Арыҫлан менән Еламан Шәриповтар дүртенсе быуын - бүлә булыуҙары менән ғорурланды. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән өләсәй, ҡәрсәй Тәлиғә Нариман ҡыҙы Канчурина ауылдың өлкәндәре менән мәсеткә йөрөй. Ул мәктәп уҡыусыларына Ҡөрьәндең ата-әсәйҙәргә ҡарата ихтирамлылыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләүе хаҡында һөйләне. Беренсе ейәне Артурҙың Аллабирҙе мәктәбен тамамлап, бөгөнгө уңыштары тураһында шатланып һөйләне. Лилиә Төркмәнова һигеҙ ейән-ейәнсәре барлығы менән ғорурланды. Бишенсе быуын - тыуа-тыуасар, алтынсы - тыуаят, етенсе - ете-ят исеме менән йөрөтөлөүе хаҡында ла белделәр. Азалия Күзбаева Бөрйән районында йәшәүсе Ғәшиә өләсәһе тураһында һөйләне, ә өсөнсө кластар уҡытыусылары ярҙамында төҙөгән шәжәрәләре менән таныштырҙы. Беренсе класс уҡыусыларына өләсәй- ҡартәсәйҙәре хаҡында әсәйҙәре яҙып ебәргән. Осрашыу туған башҡорт теленең һүҙ байлығына, матурлығына һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уятты.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш һалған өлкән быуынға Аллабирҙе мәктәбе рәхмәтле.
Олатай, ҡартатай, өләсәй, ҡартәсәй... Бәхетлеләр ошо яғымлы һүҙҙәр менән оҙаҡ йылдар ғәзиздәренә өндәшә. Ата-әсәй тәрбиәһе менән бергә өләсәй, ҡәрсәй һөйөүенә ҡойоноп үҫкән балаларҙың тәртиптәре нығыраҡ.