Все новости
Электрон хаттар
24 Декабря 2019, 12:10

Онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар

20 декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Яңы йыл байрамы үтте. Был байрамға бөтә Башҡортостандан һигеҙ йөҙгә яҡын алдынғы уҡыусы, олимпиада, ижади конкурстар, спорт бәйгеләре еңеүселәре, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар йыйылғайны.

20 декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Яңы йыл байрамы үтте. Был байрамға бөтә Башҡортостандан һигеҙ йөҙгә яҡын алдынғы уҡыусы, олимпиада, ижади конкурстар, спорт бәйгеләре еңеүселәре, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар йыйылғайны.
Республиканың төп шыршы байрамына барыу бәхете районыбыҙҙың өс уҡыусыһына: Р. Солтәнгәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының 5-се класында белем алыусы Әминә Исмәғилеваға, Отрада мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Арина Грековаға һәм дә миңә, Абдул урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Альвина Рәжәповаға йылмайҙы.
Яңы йыл тамашаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Шат клоундар сығышы, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл фотозоналары, сағыу костюмдар, 3D-проекция һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, бүләктәр - бөтәһе лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Миндә бигрәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” киноһының төп геройын уйнаған Арыҫлан Ҡырымсуриндың байрамды асыу тантанаһын алып барыуы һоҡланыу уятһа, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровтың: “Башҡортостан һеҙҙең уңыштарға шатлана, һеҙҙең еңеүҙәргә һоклана”, - тигән ҡотлау һүҙҙәрен әйткән саҡта, ғорурлыҡ хистәремдең сиге булманы. Бында йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр, киләсәктә тағы ла тырышып уҡырға, һәр саҡ алдынғылыҡҡа ынтылыу өсөн яңы дәрт алғандарҙыр, тип уйлайым.
Яңы йыл алдынан беҙгә шундай ҙур бүләк эшләгәндәре өсөн Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға, методика кабинеты етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаеваға, районыбыҙҙың тәрбиәүи эштәр буйынса методисы Асия Миңлеғәли ҡыҙы Күлбаеваға, районыбыҙҙың эске эштәр буйынса полиция хезмәткәре Борис Сергеевичҡа, мәктәбебеҙ директоры Данир Роберт улы Хөсәйеновҡа, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, класс етәксем Лена Наил ҡыҙы Хөсәйеноваға һәм дә беҙҙе алып барып, йөрөтөп алып ҡайтыусы, әсәйем Эльвира Марат ҡыҙына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге телә-йем. Яңы йыл менән, дуҫтар!
Альвина РӘЖӘПОВА
Абдул ауылы
Читайте нас: