Все новости
Электрон хаттар
24 Декабря 2019, 12:05

Уңыштары өсөн бүләк

Республика башлығының Шыршы байрамында

Быйыл Күмертау ҡалаһының 14 уҡыусыһына Республикабыҙҙың төп Шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Яҡшы уҡыуҙары, республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уңыштары өсөн лайыҡ булды улар был бүләккә. Беҙҙең 3–сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 7а класынан Әҙилә Харисова менән 7б класынан Айгиз Харрасов та был мәртәбәле байрамда ҡатнаштылар. Беренсе көндә улар “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында булғандар, ә 20 декабрҙә “Башҡортостан” концерт залында әкиәт тә ҡарағандар, шыршы тирәләй йырлап-бейеп күңел дә асҡандар. Һәр бер балаға рюкзак, тәм-томдар, “Әкиәттәр аҡланында” исемле китап та, йыл символы-йомшаҡ уйынсыҡ сысҡан да бүләк ителгән. Был байрамдан улар ҡәнәғәт булып, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға тигән маҡсат менән ҡайтҡандар.
Илина БӘШИРОВА,
Күмертау ҡалаһы 3-сө БРГИ-ның
6в класы уҡыусыһы,
“Рухи мираҫ” түңәрәге ағзаһы
Читайте нас: