Все новости
Электрон хаттар
4 Января 2020, 15:00

Ҡотланыҡ

Мәҙәниәт йортонда үткән байрам кисәһенә килә алмаған ауылыбыҙҙың ололарын, тыл ветерандарын, балаларҙы Яңы йыл таңында ҡотлап үттек.

Мәҙәниәт йортонда үткән байрам кисәһенә килә алмаған ауылыбыҙҙың ололарын, тыл ветерандарын, балаларҙы Яңы йыл таңында ҡотлап үттек. Улар барыһы ла ҡыуанды, изге теләктәрен теләне. Ошо ҡотлауҙарҙы ойошторғанда ярҙам күрһәткән дуҫтарыбыҙға, туғандарыма ҙур рәхмәт!!! Айырыуса Башҡортостандың халык артисы Илүзә Ноғомановаға, юлыбыҙҙы ҡарҙан таҙартып йөрөгән Марат Базбековҡа һәм аттар хужаларына!!!!
Барығыҙға ла именлек, ғаилә бәхете теләйем. Киләсәктә лә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергә-бергә йәшәргә яҙһын.
Илүзә НОҒОМАНОВА, БР-ҙың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһы:
- Яҡут ауылында халыҡ өсөн бик матур мәҙәни сара булды. Ойоштороусы Рәмзиә Миңлеғәли ҡыҙы менән Рәүеф Риф улы Әбйәлиловтарға ҙур рәхмәт. Килгән яңы 2020 йылда иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә.
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: