Арыҫлан-Әмәкәс тә тиҙәр уны, Уңғар ҙа тиҙәр, Павловка тип тә әйтәләр. Ҡалай тип атаһаң да был исемдәрҙә дуҫлыҡ, татыулыҡ ауаздары яңғырай. Был ауылда башҡорттар һәм сыуаштар ғүмере баҡый иңгә-иң терәшеп йәшәй. Байрам-туйҙар ҙа бергә уҙғарыла, барлыҡ эштәр ҙә бергә башҡарыла. Бына әле, Яңы йыл тигәс, бер-береһен уҙҙырырға, унан бигерәк, байрам кәйефе тыуҙырырға теләп, һәр бер ғаилә ҡапҡа алдын биҙәгән. Игнатьевтар менән Хәсәновтар ҡапҡа төбөн үткәндә лә ошо мөғжизәне күҙәтергә була.