Все новости
Электрон хаттар
6 Января 2020, 14:30

Матурлыҡҡа иҫең китә

Рәхәт ауылда ҡышҡы кистәрҙә, урамдан китеп бараһың, аяҡ аҫтында күңелле итеп ҡар шығырлай, тыныс, һиллек.

Рәхәт ауылда ҡышҡы кистәрҙә, урамдан китеп бараһың, аяҡ аҫтында күңелле итеп ҡар шығырлай, тыныс, һиллек. Ҡайҙалыр эт өрә, кемдер кисләтеп булһа ла мунса тоҡандырған, танауҙы ҡайҙалыр бешеп ултырған тәмле ит еҫтәре ҡытыҡлай. Былары янына былай ҙа йәмле урамды тағы ла матурлап, ҡарҙан яһалған фигуралар ултырһа, шыршыға гирлянда ла эленеп ҡуйылһа, торған урыныңда ят та үл инде. Яҡшымбәт урамдары шулайтып һушты ала. Ришат Аҙнабаев менән Илдус Хәйбуллин, Рауил Бикмаев йорттары тапҡырынан үткәндә, тиҙ генә үтеп китеп булмай, байтаҡ ваҡыт туҡтап, улар барлыҡҡа килтергән матурлыҡҡа иҫең китеп ҡарап тораһың. Рәхәт ҡышын Яҡшымбәттә...
Ғәлиә ХӘЙБУЛЛИНА
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: