Все новости
Электрон хаттар
7 Января 2020, 12:00

Мөғжизә өсөн рәхмәт

Беҙҙә, йыл да, мөғжизәле Яңы йыл байрамында йорт-ҡураны биҙәү бәйгеһе үтә. Быйыл да был сарала ауылдаштар бик дәртләнеп ҡатнашты. Һәр кем тырышҡан, барыһына ла афариндар, тип әйтке килә!

Беҙҙә, йыл да, мөғжизәле Яңы йыл байрамында йорт-ҡураны биҙәү бәйгеһе үтә. Быйыл да был сарала ауылдаштар бик дәртләнеп ҡатнашты. Һәр кем тырышҡан, барыһына ла афариндар, тип әйтке килә! Йомғаҡ буйынса Гран-приға Рәйлә менән Минияз Зәйнуллиндар лайыҡлы тип табылды. 1-се урынға А. Абдуллин менән А. Хәбиевтар сыҡһа, 2-се урынды С. Юлҡутлина, И. Юлдыбаев йорттары, ә 3-сө урынды Р. Әхмәтов менән М. Әлмөхәмәтовтар яуланы.
Яңы йыл саралары ла бик күңелле үтте. Байрамды үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Төрлө костюмдарҙа кейенеп сығып, йырлап-бейеп күңел астыҡ.
Икенсе йыл рәттән, Яр буйы урамында, тау яһап уны асыу ҙа матур йолаға әүерелде. Ауылыбыҙ балаларына рәхәтләнеп тау шыуыу мөмкинлеге биргәндәре, юл таҙартҡандары өсөн И. Беликка, С. Поляевҡа, Р. Әхмәтовҡа, Е. Дорофеевҡа, И. Бикмөхәмәтовҡа, А. Конаревҡа, Р. Әкбәровҡа, И. Бухаринға һәм башҡаларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең барыбыҙға ла шатлыҡ өләшкән, дәртләндергән Ҡарһылыуыбыҙ Татьяна Исҡужинаға ла рәхмәтем сикһеҙ.
Хөрмәтле ауылдаштарым, үҙегеҙҙең эшегеҙ күп булыуына ҡарамаҫтан, ауылыбыҙ тормошо өсөн ваҡыт тапҡанығыҙ, Яңы йыл байрамдарын күңелле итеп үткәреүҙә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым, именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйем. Артабан да ауылыбыҙ тормошо өсөн бергә ҡайнап йәшәргә яҙһын.
Альбина КИЛМӘТОВА,
Яңы Таймаҫ мәҙәниәт
йорто мөдире
Читайте нас: