Все новости
Электрон хаттар
14 Января 2020, 12:05

Әкиәт иле оҡшаны

Ҡышҡы каникулда яҡуптар тик ятманы.

Ҡышҡы каникулда яҡуптар тик ятманы. Мәктәп балалары һәм уларҙың ата-әсәләре Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға сәйәхәт ҡылды. Бар уңайлыҡтары ла булған автобуста барып төшкәс ундағы матурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Ысынлап та әкиәт донъяһына барып эләккәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Иҫебеҙ китеп ҡайттыҡ.
Ҡазан Кремлендә, Ҡол-Шәриф мәсетендә, Сөйөмбикә башняһында һәм башҡа бик матур ерҙәрҙә булдыҡ. Экскурсовод ентекләп аңлатып матур сәйәхәт ойошторҙо. Балалар аквапаркта һыу инеп кинәнде. Беҙ туҡтаған ҡунаҡхана ла оҡшаны. Унда бассейны ла, һәр бүлмәлә телевизор, һыуытҡыс, сәйнүк барыһы ла бар ине. Ҡазанда йәшәгән халыҡ та оҡшаны, улар шул тиклем иғтибарлылар, ихтирамлылар. Беҙҙе сәк-сәк менән һыйланылар. Бындай тылсым иленә тағы ла йәй көнө барырға планлаштырҙыҡ.
Балаларыбыҙҙың күңелендә мәңгелеккә ҡалырлыҡ сәйәхәт ойошторғаны өсөн Яҡуп мәктәбе уҡытыусыһы Нурзилә Искәндәроваға уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
“Ҙур рәхмәт һеҙгә Нурзилә апа! Һеҙ беҙҙе һәр ваҡыт төрлө ерҙәргә сәйәхәткә йөрөтәһегеҙ”, - тип уҡыусылары Нурзилә Миңлеәхмәт ҡыҙын ҡосаҡлап-ҡосаҡлап рәхмәт әйттеләр.
Дилара ИСКӘНДӘРОВА
Яҡуп ауылы
Читайте нас: