Все новости
Электрон хаттар
21 Января 2020, 11:35

Рәхәт йәшәйбеҙ ҙә инде...

10 мең һумлыҡ әйберҙе кредитҡа алабыҙ ҙа аҙаҡ 15 мең һум итеп түләйбеҙ.

10 мең һумлыҡ әйберҙе кредитҡа алабыҙ ҙа аҙаҡ 15 мең һум итеп түләйбеҙ. Машина торһа 500 мең һум, ә беҙ уны 800 мең һум итеп түләйбеҙ. Фатир 1 миллион 500 мең һум торһа, ипотека алып 3 миллион һумыбыҙҙы сығарып бирәбеҙ. Ни өсөн шулай килеп сығамы? Халыҡтың түләп кенә алырға аҡсаһы юҡ. Хеҙмәт хаҡы бик түбән, пенсия ла түбән. Ә бит кейемгә, ашап-эсеүгә һәм газға, светкә хаҡ артҡандан-арта ғына бара. Икмәк илендә йәшәп 550 грамлы бер буханканы 27 һумға алабыҙ, элек 1 кг-лыһы 25 тин тора ине.
Иң әҙ эш хаҡы почта өлкәһендә. Мин күп кешеләр менән бәйләнештә торам, телефондан да һөйләшәм, ҡайһы бер ауылдарҙа аҙналар буйы гәзит-журналдар таратылмай, мәҫәлән район үҙәгендә. Тракторист, комбайнер булып эшләп тә әлеге көндә 9 мең 1 йөҙ һум пенсия алған кешеләр бар. Шуның өсөн дә почта өлкәһендә лә, ауыл хужалығында ла эшләүсе кешеләр юҡ кимәлендә.
Рәсәй буйынса кредит, ипотекаға алған аҡсалар, тауарҙар бик күп суммала йыйылған - 15 триллион 440 миллиард һум. Кредит, ипотекаға алған аҡсаларҙы һәр 7-се кеше түләй алмай икән. Ошо аҡсаларҙы йә ғәмәлдән сығарырға, йә халыҡҡа яҡшы хеҙмәт хаҡы түләргә кәрәк. Яҡшы хеҙмәт хаҡы түләр өсөн яңы эш урындары булдырырға, йәғни производствоны киңәйтергә кәрәк. Беҙҙә белгестәр етәрлек. Тракторҙарҙы, комбайндарҙы, машиналарҙы, ауыл хужалығы техникаларын сит илдән һатып алабыҙ, ә шуны үҙебеҙҙә лә эшләп була бит. Унан килеп Ҡытай иленән кәбеҫтә, һарымһаҡ алабыҙ. Үҙебеҙҙең ер байлығығыбыҙ етерлек бит. Нисәмә миллион гектар ер эшкәртелмәй ята. Трикотаж әйберҙәрҙе лә әлеге лә баяғы Ҡытай, йә Төркиәнән ташыйбыҙ, ә үҙебеҙҙә булған йөндө сығарып ташлайбыҙ, йә юҡ хаҡҡа биреп ебәрәбеҙ. Татарстандан килеп йөндөң килоһын 7-8 һум менән йыйып китәләр. Картуфты алайыҡ, быйыл шул хәтлем уңды, кешеләр уны һата ла алманылар. Уны ла ситтән килтерәләр, сөнки ул илдәр менән килешеү бар. Алмаһаң не стойка түләр кәрәк. Һөт менән дә шул уҡ хәл. Уны Беларуссиянан, Латвиянан ташыйҙар. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгәне арзан, йәй көндәре һөт күп булғанда литры 12-15 һум. Көнбағыш та шулай булды. Элекке йылдарҙа тоннаһы 22-23 мең һум ине, ә былтыр көнбағыш ныҡ үҫте һәм тоннаһы 12-13 мең һумға төштө. Өҫтә яҙылған тауарҙарҙы һатып алыу хаҡы түбән булыуы сәбәпле эш хаҡы ла түбән. Кешеләрҙә лә аҡса юҡ. Бурысҡа батып фатир, машина алабыҙ, аҙаҡ уны түләй алмай бер булабыҙ.
Сүп-сар түләү компанияһына ла бер йылда Башҡортостан халҡының 230 миллион һум бурысы йыйылған. Был нимәне аңлата? Тағы ла хаҡ артасаҡ тигәнде. Халыҡтың һыуға, магазиндарға ла бурыстары юҡ түгел. Ярай әле шәхси магазиндар бар, улар халыҡҡа яҙып биреп торалар.
Ил буйынса бюджет аҡсаһын урлаусылар ҙа, туҙҙырыусылар ҙа етәрлек. Уларҙы әллә йәлләйҙәр? Ошо уғрыларға ҡаты яза бирмәйенсә урлау бер ҡасан да туҡтатылмаясаҡ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылары, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: