Яҡут китапханаһында матур сара — Шәйехзада Бабич тыуыуының 125 йыллығына арналған шиғриәт кисәһе үтте. Кисәгә килгән Яҡут башланғыс мәктәбе укыусылары һәм уҡытыусылары яҙыусының тормош юлына, ижадына арналған китап күргәҙмәһе менән танышты. Ш. Бабич үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә лә халыҡ күңеленә бай мираҫ ҡалдырып өлгөрөүе хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Балалар ҙа яҙыусының тормош юлы хаҡында һөйләгәнде ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уларҙы, бигерәк тә, бөйөк шағирҙың тыуған йылы Аҡмулланың үлгән йылына туры килеүе аптыратты. Ш. Бабич бала саҡтан Аҡмулланың «Башҡорттарым уҡыу кәрәк» тигән һабаҡтарын уҡып үҫә. Шулай уҡ ул бик ныҡ яратып яттан Ғабдулла Туҡайҙың, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын һөйләр булған. Ш. Бабич үҙенең тәүге шиғырынан башлап халыҡты мәғрифәткә әйҙәне, яҡты тормош теләне, хеҙмәт кешеһен иҙеүсе байҙарға нәфрәтен белдерҙе, революцион эшселәр синыфына дан йырланы. Шағирҙың яҙмышы бик аяныслы була, шуға ҡарамаҫтан, ул барыбер халҡыбыҙҙың күңелендә мәңгелеккә бөйөк шағир булып ҡала алды. Уның яҙған иҫтәлектәрен барлап, төрлө шиғырҙарын уҡый- уҡый, бына ошо хаҡта һөйләнек беҙ балаларға.
Китап һөйөүсе беҙҙең ошо уҡыусыларыбыҙ төрлө яҡтан да булдыралар. Улар — уҡыу алдынғылары ла, сиректе тик «бишле» билдәләренә генә тамамлап яңы уҡыу аҙнаһын башлап ебәрҙеләр. Гел генә ошолай арымай-талмай белем үрҙәрен яулағыҙ, балалар, Бабич кеүек бөйөк кешеләр булығыҙ, тип теләйбеҙ уларға.