Все новости
Электрон хаттар
1 Февраля 2020, 20:20

Акцияла ҡатнаштыҡ

27 ғинуарҙа, фашист блокадаһынан Ленинградты азат итеү көнөндә, беҙҙең мәктәптең пионерҙары «Блокада икмәге» тип аталған Бөтә Рәсәй хәтер акцияһында ҡатнашты.

27 ғинуарҙа, фашист блокадаһынан Ленинградты азат итеү көнөндә, беҙҙең мәктәптең пионерҙары «Блокада икмәге» тип аталған Бөтә Рәсәй хәтер акцияһында ҡатнашты.
Был көндө мәктәбебеҙ пионервожатыйы Зөлфиә Юнир ҡыҙы Исхаҡова уҡыусыларға блокада ваҡытындағы ауыр хәлдәр тураһында фильм күрһәтте һәм һуңынан балалар менән бергә был ваҡиға хаҡында фекер алышыу ойошторҙо. Мәктәп уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе, фекер алышыуҙа ла әүҙем ҡатнашты.
Шулай уҡ Яҡшымбәт мәктәбенең 7-се класс пионерҙары ауылыбыҙҙа урынлашҡан обелиск тирәһен даими рәүештә тәртиптә тота, ҡыш көндәрендә һәйкәлгә бара торған юлды ҡарҙан таҙартып торалар.
Гөлгөнә АБДУЛЛИНА,
Яҡшымбәт мәктәбе
директорының тәрбиә эштәре
буйынса урынбаҫары
Читайте нас: