Все новости
Электрон хаттар
1 Февраля 2020, 22:30

«Блокада икмәге»н ауыҙ иттек

Был дата илебеҙҙә «Хәрби дан» көнө булараҡ билдәләнә һәм Бөтә Рәсәй «Блокада икмәге» акцияһы иғлан ителә.

27 ғинуар – совет ғәскәрҙәренең Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистар ҡамауынан азат иткән көн. Был дата илебеҙҙә «Хәрби дан» көнө булараҡ билдәләнә һәм Бөтә Рәсәй «Блокада икмәге» акцияһы иғлан ителә. Шул акцияға ҡушылыу маҡсатында, беҙҙең Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә Мораптал мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Финират ҡыҙы Хәмитова менән ауыл китапханасыһы Земфира Шамил ҡыҙы Дәүләтсурина бик фәһемле, тәрбиәүи сара ойошторҙо. Улар был аяныслы тарихты кескәй йөрәктәргә барып етерлек итеп бәйән итте. Үҙәк өҙгөс блокада тарихы тураһында уҡыусылар тып-тын ҡалып тыңланы.
Бөйөк Ватан һуғышының 79-сы көнөндә, йәғни 1941 йылдың 8 сентябрендә, немец фашистары, Ленинград ҡалаһын солғап алып, уның илебеҙ менән элемтәһен өҙә. 900 көн дауамында Ленинград халҡы аслыҡта, һыуыҡта бик ауыр шарттарҙа йәшәп, ҙур түҙемлектә һынау тота. Блокада ваҡытында бер кешегә тәүлегенә 125 грамм ғына икмәк бирелә. Шул икмәктең составына арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайыры һәм гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән була. Блокадала ҡалыусылар араһында балалар ҙа күп булған. Ләкин үлеүсе балаларҙың һаны өлкәндәргә ҡарағанда аҙыраҡ. Был осраҡлы хәл түгел. Сөнки өлкәндәр үҙҙәренә тип аҙ ғына бирелгән икмәкте лә сабый балаларына ашатҡан. Бына ни өсөн икмәкте өлкән быуын кешеләре бик ныҡ ҡәҙерләйҙәр икән?
1941 йылдың ноябрь аҙаҡтарында Ладога күле өҫтөнән автомобиль юлы һалынған. Халыҡ уны «Тормош юлы» тип атай. Боҙ өҫтө буйлап самолёт һәм артиллерия уттары аҫтында ҡалаға аҙыҡ-түлек, медикаменттар, яғыулыҡ керетелә башлай. Яйлап ҡына «Тормош юлы» буйлап ҡарттар, балалар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә оҙатыла.
Ҡаланы ҡотҡарған батыр совет һалдаттарының оло ҡаһарманлығына Ленинград ҡалаһында һәйкәл ҡуйыла һәм «Ленинградты азат итеү өсөн» медале тапшырыла. Беҙ уларҙың батырлығын мәңге онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Уҡыусылар шул блокадала ҡатнашҡан, ауылыбыҙҙың тере тарихы булған 98 йәшлек Мәғрифә инәй Ярый ҡыҙы Таңатарованың ауыр яҙмышы менән дә таныштылар. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап алдылар. Барыбыҙҙың да ғорурлығыбыҙ булған ауылдашыбыҙ Советтар Союзы Геройы Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡовтың батырлығын да иҫкә алып үттек. Сараны алып барыусылар кисә аҙағында балаларға «Блокада икмәге»н таратып, ошо аяныслы ваҡиғаны һис ҡасан онотмаҫҡа, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәмилә ҠУЖАҠОВА,
Иҫке Мораптал башланғыс
мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы
Читайте нас: