27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көн. Быйыл блокада тамамланыуға 76 йыл тулды. Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар тағы ла тәрәнәйгән кеүек. Герой ҡалала йәшәгәндәрҙең иңенә төшкән ҡот осҡос һынауҙар, уларҙың рух ныҡлығы һәм йәшәргә ынтылышы хаҡында беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ.
Был көндө Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарылды. Беҙҙең Яҡшымбәт ауылы халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы. Ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов, ауылыбыҙ активы, ветерандар советы менән бергәләп Ленинград ҡамауы ҡорбандарын хәтергә алып, обелискка веноктар һалдыҡ. Һуңынан Күмертауҙан алып ҡайтылған «блокада икмәге»нән ауыҙ иттек.