Все новости
Электрон хаттар
11 Февраля 2020, 11:21

Ниңә шул хәлгә ҡалды икән?

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған ғилми-эҙләнеү эше буйынса Күгәрсен районы архивына барҙыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған ғилми-эҙләнеү эше буйынса Күгәрсен районы архивына барҙыҡ. Шунда тыуған уй-кисерештәр менән бүлешергә булдым.
Беренсенән, алдан шылтыратып белешкәндә үк район гәзите подшивкалары бар тигәс, әҙерәк шикләнеп ҡуйғайным. Нисек инде, һуғыш бара, халыҡ ас, яланғас, ә былар гәзит менән булыша. Булһа ла, бер ике һаны барҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Юҡ шул, һәр һаны бер-бер артлы теҙеп тегелеп ҡуйылған. Рус телендә генә түгел, башҡорт телендә лә бар! Һәр һанда уңғандар маҡтала, Почет таҡтаһындағыларҙың исемлеге. Ә унда тәнҡит ниндәй икәнен белһәгеҙ! Был гәзиткә эләкмәҫ өсөн генә тырышып эшләрһең! Хәҙерге гәзиттәр түгел инде. Уларҙы уҡыһаң, донъяла, илдә барыһы ла ал да гөл! Эш хаҡы арта, кешеләр көндән-көн матур, бай йәшәй! Заводтар асыла, эш урындары күбәйә...
Быларҙы нимәгә яҙам? Бөгөнгө көндә район-ҡала гәзиттәре үҙҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн көрәшә, ҡайҙандыр сығымдар эҙләй. Хөкүмәт уларҙы бер яҡлауһыҙ ҡалдырҙы, буғай. Нисек булдыра, шулай тырыша гәзит хеҙмәткәрҙәре. Ул йылдарҙа, хатта, фронттарҙа гәзит сыҡҡан. Гәзиттәр ниңә шул хәлгә ҡалды икән?
Ләлә ИКБАЕВА,
РПЛИ тәрбиәсеһе
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: