Все новости
Электрон хаттар
15 Февраля 2020, 16:20

Иҫтәрендә мәңге ҡалһын...

8 февраль – Йәш герой-антифашист көнө, 15 февраль – яугир- интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Был даталарҙы бергә ҡурҡыныс “һуғыш” һүҙе бәйләй.

8 февраль – Йәш герой-антифашист көнө, 15 февраль – яугир- интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Был даталарҙы бергә ҡурҡыныс “һуғыш” һүҙе бәйләй. Ошо уңайҙан Яҡут ауылы китапханаһында “Беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙ!” тип исемләнгән батырлыҡ дәресе үтте. Мәктәп уҡыусылары тәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ойошторолған китап күргәҙмәһен ҡаранылар. Китапханасы Таңһылыу апайыбыҙ балаларҙы герой пионерҙар менән таныштырҙы, уларҙың ниндәй батырлыҡтар эшләүҙәре, нисек үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәре тураһында һөйләне. Балалар үҙҙәре кеүек йәш кенә батырҙарҙы күргәс, “кемдәр ул пионерҙар?” , “кемдәр ул антифашистар?” тип ҡыҙыҡһындылар. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индергән кескәй батырҙар тураһындағы китаптар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты балаларҙа. “Партизанка Лара”, “Шла на фронт девчонка”, “Атайҙар менән бер сафта” китаптарынан өҙөктәр уҡылды.
Тура килеүме, был ҡанлы тарихи көндө, йәғни 1943 йылдың 9 февралендә Краснодонда Олег Кошевой, Любовь Шевцова, Дмитрий Огурцов, Виктор Субботин, Семен Остапенко һәм башҡалар фашистар ҡулынан һәләк була. Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәткән герой-пионерҙар тураһында китаптарҙан уҡып та, фильмдар аша ла беләбеҙ. Һуғышҡа тиклем улар парта артында ултырып белем алған, һикереп-уйнап йөрөгән, ололарға ярҙам иткән ябай ҡыҙҙар һәм малайҙар булған. Тыуған ерҙе илбаҫарҙар баҫып алыуын күргән йәш йөрәктәр түҙеп тормай, ололар менән бер рәттән дошманға ҡаршы көрәшкә күтәрелә. Уларҙың бәләкәй генә иңдәренә аслыҡ-яланғаслыҡты, һуғыш йылдарының ауыр ҡайғыһын күтәрергә тура килә.
Ҡан ҡойғос һуғыштың бәләкәй генә геройҙары аталары, ағалары, комсомол һәм коммунистар менән бергә геройҙарса батырлыҡтар күрһәтә. Улар һуғыштың иң ҡайнар нөктәләрендә була. Мәҫәлән, Боря Кулешин - диңгеҙҙә, Аркаша Каманин - һауала, Леня Голиков - партизан отрядында, Валя Зенкина - Брест крепосендә.
Батырлыҡ дәресендә алған һәр мәғлүмәт балаларҙа шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, улар бер-бер артлы һорауҙар бирҙе, йотлоғоп тыңланы.Ҡыҫҡаһы, ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған кескәй геройҙарҙың исемдәрен мәктәп уҡыусылары яттан белеп, иҫтәрендә ҡалдырырға тырышты.
Гөлшат ЯМАТОВА
Яҡут башланғыс мәктәбенең
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Читайте нас: