Все новости
Электрон хаттар
15 Февраля 2020, 13:00

Яҡшыға үҙгәрер

Һөйөнөс-көйөнөстәре, шатлыҡ һәм ҡайғылары менән 2019 йыл үтеп тә китте. Һәм ул йыл минең иҫтә нимәһе менән ҡалды:

Һөйөнөс-көйөнөстәре, шатлыҡ һәм ҡайғылары менән 2019 йыл үтеп тә китте. Һәм ул йыл минең иҫтә нимәһе менән ҡалды: Башҡортостанда башлыҡ булып Радий Фәрит улы Хәбиров һайланыуы.
Р.Ф. Хәбиров Башҡортостанға ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотондо. Сибай карьерындағы хәлдәр, пассажирҙар ташыу өсөн яңы автотранспорт, уҡыусы балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн 143 өр-яңы автобус, ветстанцияларға бик кәрәкле машиналар алынды. Төҙөлгән 21 мәктәп сафҡа инде, унда 7 меңдән ашыу бала уҡыясаҡ. Уҡыусы балаларҙың һаулығын хәстәрлекләп, мәктәптәрҙә теш кабинеттарын йыһазландырыу, райондарҙа 91 фельдшер-акушер пункттарын төҙөү планлаштырылған. Ауылдарҙа юлдар, күперҙәр төҙөлә, ихаталар төҙөкләндерелә. Һыйыр малдарын үҫтереп-арттырыу өсөн комплекстар асыла.
Республиканың сәнәғәт өлкәһендә мөһим булған Ишембай трикотаж фабрикаһын тергеҙеп, сафҡа индереү эштәре башланды.
Башҡортостан мәктәптәре аҙнаһына 5 көн уҡытыу системаһына күсте. Мәктәп ашханаларында 1 – 4 синыф балаларын бушлай туҡландырыу планлаштырыла. Ил президенты В.В . Путин класс етәкселеге эшен алып барған уҡытыусыларға өҫтәмә рәүештә 5 мең һум түләнеү өсөн аҡса бүленәсәге хаҡында әйткән ине, ә Р.Ф. Хәбиров Башҡортостан республикаһында был сумманың 7700 һумға етеүе тураһында хәбәр итте.
Ил президентының Федераль йыйылышҡа төбәлгән иң мөһим темаларының береһе – Хөкүмәт ағзаларын алмаштырып, яңы состав йыйыу. Яңы хөкүмәт иҡтисадты яңы үрҙәргә күтәрер; илебеҙ халҡы өсөн яҡшы үҙгәрештәргә килтерер: лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнеп, пенсиялар даими артып торор, газ, электр энергияһы, яғыулыҡ өсөн хаҡтар түбәнәйер тигән өмөттәрҙәмен.
Иң ҡыуандырғаны, юғары уҡыу йорттары студенттарының 70% бюджет аҡсаһына белем алыуы күҙаллана. Бындай үҙгәреш күптән көтөлгәндәрҙән. Ни өсөн беҙгә иң кәрәкле һөнәр эйәләре –уҡытыусылар, табиптар етмәй? Сөнки бер кемгә лә сер түгел, ошо һөнәрҙәргә уҡыйым тигәндәр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға, унан һуң уҡыу өсөн аҡса түләргә тейеш, йәшәү-ашау өсөн дә аҡса кәрәк. Барыһы өсөн дә етмәй шул. Түләүһеҙ уҡып, ҡулға диплом алыусылар йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелһә, демографик хәл дә яҡшыланыр ине. Ауылдарҙа бит күпме өйләнмәгән егеттәр бар. Йәшлек замандары иҫкә төшә, ауылыбыҙға шундай эш йүнәлтмәләре менән килгән ҡыҙҙарҙың күбеһе беҙҙең ауылға килен булып төштө, 4-5-шәр балаға ғүмер бирҙе.
Тынғы бирмәгән һорауҙарҙың береһе, ни өсөн шул хәтлем ҙур илдә иген һуғыусы комбайн, трактор һәм уларға тағылма инвентарҙы үҙебеҙҙә эшләмәйенсә, күбеһе сит илдәрҙән һатып алына? Бер нисә йыл элек, Күмертауҙа “Искра” заводы нигеҙендә “Толпар” тип исемләнгән тәгәрмәсле трактор эшләнә башлауы хәбәр ителде, унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында Италия иле менән берлектәге иген һуғыу комбайндарын етештереүсе завод эш башлауы ла буш һүҙгә сыҡты. Иҫке эш техникаһы йылдан йыл ремонтланып торһа ла, яңыларына етмәй шул.
Беҙҙең ауылда эшләгән техниканан К-700 тракторы 35-40 йылдар элек алынһа, Беларусь маркалы тракторҙарға ла күбеһенә 25-30 йылдан ашыу. Мин 1976-1979 йылдарҙа Яҡуп ауылында тимерсе-иретеп йәбештереүсе булып эшләнем. Ул ваҡытта ике К-700, ике Т-150, һигеҙ сылбыр тәгәрмәсле, 8 Беларусь маркалы тракторҙар һәм 9-10 иген урыу комбайны бар ине.
Быйыл ҡар күп яуҙы, был ҙур уңышҡа ишара. Бөтәһен дә кадрҙар хәл итә тип әйтһәләр ҙә, техника ла ышаныслы булыуы зарур.
Тормош яйға килеп, яҡшыға үҙгәрер тигән теләктәр менән йәшәйбеҙ. Барлыҡ изге уй-ниәттәр, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын ине.
Ҡорбанғәле СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: