Все новости
Электрон хаттар
15 Февраля 2020, 14:20

Ҡыуаныстары сикһеҙ булды

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Абдул ауылында үткәрелгән сараларҙы һанап бөткөһөҙ.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Абдул ауылында үткәрелгән сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Шундай мәртәбәле республика конкурсына ҡушылғас, яуаплылыҡ та бермә-бер артты. Һаулыҡ һаҡлау, айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалау, ғаилә, спорт ярыштарын, концерттарҙың барыһын да юғары кимәлдә үткәрергә тырышабыҙ.
Үткән аҙнала беҙҙең ауылға Күмертауҙың күсмә һаулыҡ үҙәгенән табиптар килде. Көндөң ныҡ һыуыҡ, юл булмауына ҡарамаҫтан, улар бер төркөм булып килгәндәр. Хатта, ҙур машиналары батып ҡалған, табиптар үҙҙәре еңел машинала саҡ килеп еткәндәр. Аҙаҡ ҙур машиналары ла килеп өлгөрҙө. Табиптарҙың үҙҙәре үк ауылға килеүенә бар халыҡ шатланды, бигерәк тә, диспансеризация үтеүселәр бик ныҡ ҡыуанды, сөнки анализдар биреү өсөн район үҙәгенә йөрөр кәрәк. Һәр кемдең транспорты юҡ бит. Врачтар ҡан баҫымын, ауырлыҡты, буйҙы үлсәнеләр, күҙҙең баҫымын тикшерҙеләр, ЭКГ эшләнеләр, терапевт һәр беребеҙҙе ҡарап, үҙенең төплө кәңәштәрен әйтте. Тикшереү һөҙөмтәләре үҙебеҙҙең участка табибы Әхәт Әкрәм улы Күсәповҡа һәм фельдшерыбыҙ Фәриҙә Әхтәм ҡыҙы Ноғомановаға ебәрелә. Һуңынан Әхәт Әкрәм улы өйҙәргә йөрөп, ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе ҡараны. Өлкән кешегә күп кәрәкме инде? Табиптарҙың иғтибарынан улар бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Бер көн эсендә шундай ҙур тикшеренеү үтеп, квалификациялы ярҙам, консультация алыуға 58 кеше өлгәште. Ауылдаштарым күсмә бригадаға ҙур рәхмәт белдерҙе, бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк, тип ҡыуанып ҡалдылар.
Зөлфирә УСМАНОВА
Абдул ауылы
Читайте нас: