Все новости
Электрон хаттар
21 Февраля 2020, 11:12

Туп һуғайыҡ

Ҡыш - оҙон миҙгел, бигерәк тә кистәре оҙон. Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй аптырап ултырмай халыҡ, мал ҡарай ҙа, кемеһелер скандинав таяҡҡа тотона, кемеһелер саңғыға баҫа, ә бына Аҡһары халҡы шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә волейбол уйнарға йөрөй.

Ҡыш - оҙон миҙгел, бигерәк тә кистәре оҙон. Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй аптырап ултырмай халыҡ, мал ҡарай ҙа, кемеһелер скандинав таяҡҡа тотона, кемеһелер саңғыға баҫа, ә бына Аҡһары халҡы шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә волейбол уйнарға йөрөй. Хужалар спортзалда уйнарға ризалыҡ та бирҙе, туп та алдыҡ. Себерҙән ҡайтҡандар ҙа килә, студенттар каникулда булғанында бара. Тик барыбер халыҡ аҙ йөрөй. Себерҙәгеләр, отпускылары бөткәс, аҡса тип, йәнә сығып китә, студенттар ВУЗ-дарына ҡуҙғала, ә урындағы халыҡтың күбеһе өйҙәрендә телевизор ҡарап, телефондарына тексәйеп ултыра. Хатта, Ватсапта махсус төркөм дә булдырып ҡараныҡ, Аҡһары Волейбол тигән. Тик Ватсап та кешене дивандан торғоҙорға ярҙам итмәй. Шулай ҙа спорт яратҡан балалар, ата-әсәләр ҙә юҡ түгел: Хәмитова Р., Ҡолмөхәмәтовтар, Абуҡаевтар, Солтановтар ғаиләләре бик теләп йөрөй. Башҡалар ҙа әүҙемерәк булып ҡушылһындар ине, тик ятҡансы рәхәтләнеп туп һуғайыҡ.
Ғәлиә МИФТАХОВА
Аҡһары ауылы
Читайте нас: