Все новости
Электрон хаттар
25 Февраля 2020, 13:08

Бар ергә лә өлгөрҙөк

Үткән кесаҙна төрлө мәҙәни сараларға үтә бай булды. Башта "Рассвет" мәҙәниәт йортонда үткән асыҡ ҡала хәрби-патриотик йыр конкурсы булды.

Үткән кесаҙна төрлө мәҙәни сараларға үтә бай булды. Башта "Рассвет" мәҙәниәт йортонда үткән асыҡ ҡала хәрби-патриотик йыр конкурсы булды. Унда ҡатнашып сығыу менән 3-сө БРГИ ла үткәрелгән "Йөрәк һүҙе" шиғриәт конкурсына саптыҡ. Ысын мәғәнәһендә йүгереп йөрөргә тура килде, бар ергә лә өлгөрөр өсөн. Унда сығыш яһап бөтөүгә, яңынан "Рассвет"ҡа саҡырып алдылар, сөнки беҙҙең номер гала-концертка үткән икән. Ҡайтанан сығыш яһар өсөн тағы йүгерҙек. Әлбиттә, бик ҡыуаныслы, уңыштарға бай көн булды 20.02.2020 - беҙҙең өсөн. Йән-фарман сабышып йөрөргә тура килһә лә, бер ҙә арыманыҡ, ә яулаған уңыштарыбыҙ ҡанатландырҙы ғына беҙҙе. Йыр конкурсында йөрөгәндә, Дианабыҙ ҡала китапханаһында үткәрелгән "Урал батыр" эпосы буйынса сарала ла булып, һуңынан ул да "Йөрәк һүҙе"ндә ҡатнашып өлгөрҙө. Каникулда булһаҡ та, бер ҙә ваҡытты бушҡа үткәрмәйбеҙ. Уҡытыусыбыҙ Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлина беҙҙе шулай төрлө сараларҙа ҡатнашырға өндәп- саҡырып тора, әүҙем тормош менән йәшәргә өйрәтә. Киләсәктә лә уның өмөттәрен аҡларбыҙ.
Фәриҙә ҒӘҘЕЛӘЕВА,
М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 4-се класс уҡыусыһы
Читайте нас: