Все новости
Электрон хаттар
7 Марта 2020, 16:00

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

8 Март – халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеп килеү уңайынан, һуғыш йылдары ауырлыҡтарын, ҡайғыһын күргән әсәй-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алмау мөмкин түгел.

8 Март – халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеп килеү уңайынан, һуғыш йылдары ауырлыҡтарын, ҡайғыһын күргән әсәй-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алмау мөмкин түгел. Армиялағы миллионлаған һалдаттарҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә улар. Һуғыш ваҡытында, сәнәғәт, ауыл хужалығында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егет эштәрен үҙ иңенә ала. Трактор, комбайн артына ултыра, техника етмәгәндә, үгеҙҙәр менән һабанға егелеп, баҫыуҙарҙа ер һөрә.
Хәтеремдә, ул замандарҙа Яңы Аллабирҙе ауылынан Ғәйникамал Бәширова, Мәғфүрә Мөлөкова, Зәкиә Сәғитова һәм башҡа бик күп ҡатындар тракторҙарға ултырып, ялан-ҡыр эштәрендә тир түкте. Ә өйҙәрҙә ашауға туймаған, йылы яҙҙарҙы көткән балалар ултырҙы, яландарҙың саҡ ҡына асылған ерҙәренән көҙҙән туңып ҡалған картуфын йыйҙыҡ. Унан әҙерләнгән көлсә беҙҙең өсөн “деликатес” булды, ә уйһыулыҡтарҙа ҡырағай һуған, ҡуҙғалаҡ һәм башҡа ашарға яраҡлы үләндәрҙең сығыуы, аслыҡ замана ҡыйынлыҡтарын еңергә ярҙам итте.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, ҡыштың оҙон кистәрендә эш-мәшәҡәттәр бик булмағанда, йәшәүгә дәрт-көс алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһендә йыйылышып ултырыр ине. Ғәрәпсә уҡый белгән минең әсәйем Бибиорҡыя, бүлмә уртаһында, кәрәсин шәм төшкән иң яҡты урынды һайлап, ҡасандыр Ырымбур ҡалаһынан алып ҡайтылған, туҙғанлыҡтан башы һәм аҙағы булмаған “Ҡисса-и Йософ” поэмаһы баҫылған китабын уҡый. Эргәһендә уратып апай-инәйҙәр ултыра. Бер аҙҙан улар фекер алышыуға төшөп китәләр. Әҫәрҙе иғтибар менән тыңлаған, инде үлем хаты алған тол ҡатындар күңелендә лә яҡындарының һуғыштан ҡайтыуына өмөт сатҡылары уяна.
Һуғыштан һуң да ҡатын-ҡыҙҙар ал-ял белмәй илде тергеҙә, ирһеҙ ҡалған әсәләр балаларҙы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Яңы Мораптал ауылынан Хәлиҙә Ғәрифуллина, үҙе генә ике улын тәрбиәләп үҫтерә, ун йылға яҡын бергә тормош көткән ире Климға мөхәббәтен һәм тоғролоғон һаҡлай.
Йәмғиәт тормошонда хеҙмәт иткән, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, Яңы Мораптал ауылында мәктәп асылыуға 100 йыл сараһында тырышлыҡтар иткән Яңы Мораптал ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙын билдәләп үтке килә. Ошо мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләгән Исламғолова Мөбинә уҡыусылары булған мәғрифәт отличниктары Нәҡиә Туҡаеваны, Рауза Әбдрәшитованы; химия уҡытыусыһы Биҡҡолова Әлмира Талха ҡыҙының эштәрен дауам итеүсе, химия фәндәре кандидаттары Ғәлиә Бикбаеваны, Мәҙинә Хәсәнованы һәм беҙҙең яҡты үҙ ижады менән ҙурлаған яҙыусы ҡатындарыбыҙ: Тамара Ғәниева, Миңлегөл Хисамова, Сулпан Миңлебаева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Эльфрида Талипова һәм башҡаларҙы ихлас ҡотлайым. Шулай уҡ Көйөргәҙе районының барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын, “Юшатыр” гәзите гүзәл заттарын да ысын күңелдән ҡотлайым, аяҙ күк һәм барлыҡ эштәрҙә уңыштар теләйем.
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләүсе, ғаилә ҡотон һаҡлаусы ла ул.
Йәдкәр БӘШИРОВ,
социология фәндәре кандидаты, БР һәм РФ яҙыусылар
союзы ағзаһы
Читайте нас: