Яҙҙар етте, яҡынлашты еңеү көндәре.
Ә ҡайҙа булды еңеү алып ҡайтҡан, туғандар.
Ҡайҙа һуң улар
Рейхстагта еңеү байрағы ҡаҙаған, туғандар.
Күптәрегеҙ ҡайтып мәрхүм булды,
Күрмәнегеҙ матур яҙҙарҙы,
Ә ҡайтмай ҡалғандар:
Ҡайһы илдең һыуын кистегеҙ,
Ҡайҙа ята һеҙҙең башығыҙ?
Ҡайҙа булдығыҙ, ауылдаштар, туғандар?
Ҡыҙарып бешкән саҡта емештәр,
Ҡайҙа булдығыҙ һеҙ, ауылдаштар, туғандар?
Яландарҙа гөрләп үҫкән саҡта игендәр,
Ҡайҙа булдығыҙ, ауылдаштар, туғандар?
Көрәшкәндә һабан туйында батырҙар
Булманығыҙ түгел, булдығыҙ һеҙ,
Һеҙ бит мәңге тере шаһиттар!
Ҡыш кисенең бер мәлендә
Килде илһам минуттары.
Шул минутты файҙаланып
Мин ултырам шиғыр яҙып.
Ах, был илһам минуттары
Ниңә тик минуттары,
Ә ҡайҙа һуң сәғәттәре,
Ә ҡайҙа һуң көндәре?
Юҡ, кәрәкмәй сәғәттәре,
Юҡ, кәрәкмәй көндәре.
Яҙыр өсөн был шиғырҙы
Етә бит минуттары.