Данил АКИЛОВ, район хакимиəте башлығының социаль мəсьəлəлəре буйынса ваҡытлыса урынбаҫары: - Был музейға килгəндə, Минияр Хəйбуллин менəн осрашып һөйлəштек, булған мəсьəлəне хəл итеп, пландар төҙөлгəн. Тəүҙəрəк уның экспонаттарын район үҙəгенə күсерергə тигəн уйҙар бар ине. Лəкин фермерҙың телəге менəн музей Мəмбəтҡолда, матур тəбиғəтле, балалар ял итеү лагеры йыраҡ булмаған урында ҡалдырылыуы менəн килештек. Килəсəктə ошо ауылда эко-туризм йүнəлешен булдырыу маҡсаты менəн, был йəһəттəн, килгəн халыҡ өсөн музей бик ҡыҙыҡлы урындарҙың береһе булыуы күҙаллана. Экспонаттар өсөн бина табыу ҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы, бында оптимизацияға бəйле мəғариф һəм мəҙəниəт бүлектəренең өс бүлмəһе буш ҡалған ине. Ауыл халҡының ризалығы менəн шуларҙың бер бүлмəһе музей өсөн тапшырыла. Хəҙерге ваҡытта ауыл хакимиəте тарафынан был бинаны приватизациялау башланды, ə һуңынан бүлмəне ауыл башлығы менəн фермер араһында килешеү төҙөп, ҡуртымға тапшырыу үткəрелəсəк. Яҡшы ҡарау талап иткəн музей əйберҙəре был бүлмəгə күсерелһə, ҡалғандары шулай уҡ шəхси гаражда ҡалдырылыуы мөмкин. Шулай уҡ, был эш музей хеҙмəткəрҙəре менəн берлектə алып барыласаҡ, бурыстар йөкмəтелде, уларҙың ярҙамы менəн был экспонаттар матур итеп урынлаштырыласаҡ.
Тулы материал 60-сы һанда.