Рахмаев Барый Хəбир улы һуғыштағы армияла хеҙмəт итеп йөрөүсе һалдат. Ул өлкəн лейтенант, рота командирына тиклем үрлəй. Шартлаған мина менəн табанын өҙгөлəй, лəкин ул бирешмəй, үҙендə көс табып, йəшəүен дауам итə. Оҙаҡ йылдар Молокан, Таймаҫ колхоздарында рəйес булып эшлəй.
Атайымдың, уның ағайҙарының батырлығы Бөйөк Еңеүгə ҙур өлөш индерə. Һуғыш улар яҙмышына ҡағыла, шулай ҙа бер кемдең дə рух көсөн һындыра алмай. Мин үҙемдең ғаилəм менəн ғорурланам!
Альбина ИШМОРАТОВА, Шəбағыш ауылы
Фотола: Əмир Рахмаевтың Одессала уҡыған саҡта төшкəн фотоһы, февраль, 1943 йыл.
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.