Береһенән-береһе матурыраҡ, үҙенсәлеклерәк күлдәк һәм тәңкә-сулпылары сыңлап торған елән, камзул кейеп, ҡурай моңдарына ҡушылып бейегәндә балалар үҙҙәрен ысын башҡорт итеп хис итәләр. Шундай мәлдәрҙә күңелдәрҙә ғорур халҡы, бай тарихы, моңло туған теле, хозур тәбиғәтле тыуған яғы менән ғорурланыу хистәре сорнап ала. Балалар милли кейемдәргә, биҙәүестәргә һоҡланып туя алмайҙар. Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән һоҡландыра. Унда бөтә нәмә гармонияла, уның бөтә өлөштәре берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә.