Ҡунаҡбайҙың да башҡаларҙан ҡалышҡыһы килмәй, яңыраҡ ауылда Ҡурай арт-объекты барлыҡҡа килде. Уны Урал Әбдрәхимов атлы егет ҡуйған.
- Был стелланы үҙем ҡуйырға ниәт итеп, уны Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнаным. Шулай уҡ, ветеран олатайым Әмерхан Муллағәли улы Әбдрәхимов иҫтәлегенә лә. Ҡурайҙың бер өлөшө тимер торбанан, уны цемент иҙелмәһенә ултырттыҡ, каркастың өҫкө өлөшө брустан эшләнгән. Ҡулланылған материалдар өсөн бөтә сығымдар ҙа үҙ кеҫәмдән булды. Эш барышында бер туған Миҙхәт, Юлай авзыйҙарым ярҙам итеште, - ти Урал.