Ауылыбыҙ башына, бына тигән Ҡурай стеллаһын ултырттыҡ. Ул Яҡут ауылының тауын менгәс тә, Әүлиә тауы эргәһедә урын алды.
Был стелланы асыу теләге беҙҙең 2012 йыл районыбыҙҙа үткән, 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған Ҡурайсылар йыйыны, сәбәпсе булды. Нәҡ Көйөргәҙе районында үткән, беренсе ҡурайсылар йыйынын, беҙҙең үҫмер балалар, йәштәр белеп үҫергә тейештәр. Сөнки ҡайһы бер ололарыбыҙ ҙа был тарихты белмәүе беҙҙе уйландырҙы һәм этәрҙе. Беҙ үткәнде белмәй тороп, киләсәккә нисек атларбыҙ? Тағы ла йөҙ йылдан бындай йыйын булырмы, тигән уй күңелде өттө, сөнки күҙгә күренеп ҡурайҙа уйнарға теләүселәребеҙ кәмей.