Мөршиҙә менән Шамил - дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырҙай ышаныслы кешеләр. Мөршиҙә - ул минең хеҙмәттәшем дә. Бөтә ғүмерен балаларға бағышлаған ул. Мораптал урта мәктәбендә ауыл уҡыусыларына рус теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса дәрестәр бирҙе. Был шәхес тураһында бары йылы ғына һүҙҙәр әйтә алам. Ул бөтә күңел йылыһын мәктәпкә бағышлаған, күп йыллыҡ педагогик стажы булған, ысынбарлыҡты дөрөҫ баһалау һәләтенә эйә, йәш быуындың йөрәктәрендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырырлыҡ, мауыҡтырғыс дәрестәр үткәргән, мәктәп һәм район күләмендә ойошторолған олимпиадаларҙа, кластан тыш сараларҙың уртаһында ҡайнаған актив уҡытыусы. Райондың мәғариф өлкәһендә эшләгәндәр рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уның белемен камиллаштырыу өҫтөндә һәм тәрбиә ысулдарын яңы үрҙәргә юғарыраҡ күтәреү, белем биреү сифатын алға этәреү өҫтөндә актив эшләгән педагог итеп белделәр, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылғаны өсөн хөрмәт иттеләр һәм итәләр ҙә.
Ә Шамилға килгәндә, уның бөтә ғүмере тыуған ауылы Мораптал менән бәйләнгән. Замандаштары һәм класташтары кеүек ҙур аҡсаға һәм байлыҡҡа ҡыҙыҡһынып, бәхеткә һәм еңел тормошҡа алданып, тыуған ерен ташлап китмәгән ысын патриот. Үҙ бәхетен үҙ ерендә тапты, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләне. Йәшлек дәрте менән еңдәрен һыҙғанып, Киров колхозының машина-трактор паркында хеҙмәт биографияһын башланы. Бик күп йылдар ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау эштәренең барлыҡ нескә серҙәрен белгән эшһөйәр. Ул бөгөн дә йыш ҡына элекке колхоз етәкселәрен, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен һағынып иҫкә ала. Заманында колхоздың элекке уңыштарында уның да хеҙмәт өлөшө бар.