Все новости
Электрон хаттар
15 Ноября 2020, 14:00

Бәйләнеш тотабыҙ

Күмертауҙың 3-сө һанлы БРГИ-ның сығарылыш уҡыусылары ата-әсәләрен, уҡытыусы-тәрбиәселәрен шатландырып, үҙҙәре теләгән һөнәрҙәрен алыр өсөн, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде.#тырышҡанТашҡаҠаҙаҡҠаҡҡан #мәғариф #образование #БРГИ #Кумертау #газетаЮшатыр

Пандемия ваҡытында врачтарға ныҡ ауырға тура килгәнен күрәбеҙ. Баязитова Зөлфиә менән Яппарова Гүзәл БДМУ-ла уҡыйҙар. Уларҙың класташы Стельмашок Вадим Ырымбурҙағы медколледжда, Ғүмәрова Рушана Стәрлетамаҡ медколледжының Күмертау филиалында, Ишҡолова Гөлшат Өфөлә белем алалар. Гимназиянан сығарылған уҡыусылар Күмертауҙағы юғары уҡыу йорттарына ла уҡырға инделәр.
Беҙ гимназиябыҙҙы тамамлаған уҡыусыларыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә лә аралашабыҙ, ә ҡайһы берҙәре гимназияға ла килә.
Эльвина ӘБСӘЛӘМОВА, 3-сө һанлы БРГИ-ның
11-се класс уҡыусыһы, “Рухи мираҫ” түңәрәге ағзаһы
Тулы хат 91-се һанда баҫылып сыҡты.
#тырышҡанТашҡаҠаҙаҡҠаҡҡан #мәғариф #образование #БРГИ #Кумертау #газетаЮшатыр
Читайте нас: