Көтөп алған көҙгө каникулдар ҙа йәйгеһе һымаҡ тиҙ генә үтте. Мин, ғәҙәттәгесә, ялымды тыуған Яҡуп ауылында үткәрҙем. Ауылымды, тәбиғәтен бик яратам. Шайтан, Көйөргәҙе, Санйын йылғалары ҡушылған ерҙә, тау һырты буйлап урынлашҡан ул. Тау башына менеп ҡараһаң, тирә-яҡ ауылдар, туғайҙар, ялан-баҫыуҙар - бөтәһе лә күренә.
Йәйгеһен һыу ингән Шайтан йылғаһы буйында ла йөрөп килдем. Хәҙер өйәңкеләрҙә бер генә япраҡ та ҡалмаған, ағастар ҙа, ҡамыштар ҙа, сабылмай ҡалған үләндәр ҙә һарғылт төҫтә. Ҡоштар ҙа һайрамай, тик йылғала йөҙгән ҡаҙҙар ҡаңҡылдауынан ғына тирә-яҡ яңғырап тора. Фермер атайымдың да иген баҫыуҙары ял итә. Мин дә йәй көнө атайға ярҙам иттем, әсәйем менән уға яланға ашарға йөрөттөк.